Найти тему
Башҡортостан гәзите

Гел алға бар, Рөстәм!

Ҡулдарында Эльбрус тауын яулаған яҡташыбыҙ Рөстәм Нәбиев тураһында хәҙер бар Рәсәйҙә беләләр. Казарма емерелеп, аяҡһыҙ ҡалған десантсы Рөстәм - әллә ҡасандан күптәр өсөн күңелде төшөрмәү, маҡсатыңа өлгәшеү өлгөһө. Ике аяғы ла булмаһа ла, ул ҡайһы бер һау кешеләргә ҡарағанда күберәкте эшләй. 23 февралдә, Ватанды һаҡлаусылар көнөндә, уны ҡатыны Индира менән Мәскәүгә байрам айҡанлы ойошторолған дәүләт концертына саҡырғандар. Яҡташыбыҙҙы алып барыусылар бөгөнгө заман геройы тик таныштырҙы һәм уның тауға менгән мәлен ҙур экранда күрһәтте, уға бағышлап йыр яңғыраттылар. Беҙ, республика халҡы, уның менән ғорурланабыҙ. Артабан да тормош ауырлыҡтарына бирешмә, гел алға бар, Рөстәм! Фото: Рөстәм Нәбиевтең социаль селтәре.