Найти тему
Башҡортостан гәзите

Балдағыңды юғалтманыңмы?

Стәрлетамаҡта йәшәгән ирҙең аҙыҡ-түлек магазинына барыуы ғәҙәти булмағанса тамамланған. Картуф ятҡан йәшниктең эсендә ул ҙур үлсәмле никах балдағын таба. Был хаҡта ул социаль селтәрҙә ювелир әйбер хужаһын эҙләп хәбәр итә. Йәшниктең эсендә нимәлер балҡығас, башта ул металл шайба кеүек тойола. Ҡарап торғас, балдаҡ икәне күренә. Хатта алтын. Һуңынан ир уны фотоға төшөрә һәм кассаға килә. Кассир ҙа аптырап ҡала һәм үҙенә алмауы өсөн рәхмәт әйтә. Социаль селтәрҙәрҙәге иғландан һуң, мөмкин булған хужалар магазинға мөрәжәғәт итә. Әммә ҡыҙыҡһыныусыларҙың береһенә лә ул тап килмәй. Ювелир әйберҙең артабанғы яҙмышы нисек булғанын ир белмәй. Ул биҙәүес һаман кассала ята, ахыры. Фото: Асыҡ сығанаҡтарҙан.