Бөгөн киске сәғәт 9-сы яртыла Башҡортостан юлдаш телеканалында "Геройҙар" циклынан "Башҡорт" позывнойы. Алмаз Сафин" документаль фильмының премьераһы үтә. Сара Башҡортостандың Әлшәй районында тыуып үҫкән Рәсәй Геройы Алмаз Сафинға арнала. Гүзәл Хәмитова, автор: "Бөтә респонденттар Алмаз Миңлеғәле улының ихтыяр көсөнөң ҙур булыуы хаҡында һөйләне. Был "Башҡорт" позывнойында һәм уның махсус хәрби операция биләмәһендә ойошторған "Башҡорт" командаһы" подразделениеһында, хеҙмәттәштәренең тәжибәле һәм ҡурҡыу белмәҫ яугир тип баһалауында, әммә иң мөһиме - күреп белгәндәрҙең һөйләнгән ҡаһарманлыҡ тарихында сағыла. Был - "Геройҙар" документаль циклынан дүртенсе фильм. Бынан алда Башҡортостан юлдаш телеканалында МХО-ла ҡатнашыусы сапер Дмитрий Иванов һәм Рәсәй Федерацияһы Геройҙары Тамерлан Илһамов, Игорь Насибуллин тураһында кинотаҫмалар күрһәтелде. Документаль фильмдың режиссеры - Айгөл Малбаева, операторы - Ринат Кашапов. Бөгөн кис Алмаз Сафин тураһындағы фильмды ҡарарға онотмағыҙ!