Ауыр эш көнөнән һуң йә башҡа мең төрлө сәбәптән йоҡо осҡан саҡтар күп була. Ни тиклем матур уйҙарға сумырға тырышһаң да, һарыҡтарҙы күҙ алдынан үткәреп меңгә тиклем һанаһаң да, йоҡо килмәһә килмәй ҙә ҡуя. Шундай саҡтарҙа башҡа төрлө сараны ла эшкә егеп ҡарарға була. Мәҫәлән, кипкән дарыу үләндәрен. Түбәндәге өс төрлө эсемлек тиҙерәк әүен баҙарына китергә ярҙам итер. Сейә-ванилле эсемлек. Сейәлә мелатонин күп, ул гормон тәүлек ритмын - йоҡо, әүҙемлек циклын көйләү өсөн яуаплы. Иртәле-кисле был әскелтем эсемлекте ҡулланыу йоҡо-әүҙемлек ваҡытына дөрөҫ йүнәлеш бирергә ярҙам итә. Ваниль тынысландырыу үҙенсәлегенә эйә, шунлыҡтан йоҡомһоратып ебәрә. Уның хуш еҫен аромотерапияла юҡҡа ғына ҡулланмайҙар: ул көсөргәнешлекте һәм стресты һыпырып ала. Ҡулланыу өсөн ванилдең бер таяҡсаһы йәки экстрактының бер тамсыһы ла етә. Бик тә булмаһа, ванилин йә ваниль шәкәрен тотонорға ярай. Эсемлекте әҙерләү өсөн 150-200 миллилитр сейә һуты һәм бер-ике тамсы ваниль экстракты (бер семтем ванилин да мөмкин) алы