Бәләкәй саҡтан ҡурсаҡ менән уйнарға яратты Индира. Уларҙы теҙеп ултырта ла үҙе “әсәй” булараҡ хәстәрләй башлай: береһен ашата, икенсеһен йыуындыра, өсөнсөһөн матур итеп кейендерә... Ә үҙенән алты йәшкә бәләкәй ҡустыһы тыуғас, сабыйҙың янынан бөтөнләй китмәне тиерлек. Һәр ваҡыт әсәһе эргәһендә бәпесте ҡарашты, уның иң ҙур ярҙамсыһына әүерелде. Ҡустыһын, аҙаҡ һеңлеһен ҡарашып үҫтергән Индира сабыйҙарҙан ялҡманы, арыманы. Үҫеп еткәс тә балаларҙы яратыуҙан туҡтаманы һәм бар йөрәге менән үҙенеке булыуын теләне. Шуға күрә уға карьера ла әллә ни кәрәк түгел ине, тиң кешегә кейәүгә сығып, ҙур ғаилә ҡороп, тыныс ҡына йәшәгеһе килде. Йәшлек осоронда Рөстәм исемле егет менән танышып, матур ғына дуҫлашып киттеләр, институтты тамамлағас, өйләнештеләр. Эшкә төшөп, бәхетле генә йәшәй башланылар. Тик бына ашҡынып көткән сабый ғына һаман юҡ ине. Бергә тороуҙарына ике йыл тулды, өсөнсөһө китте. Ә бәпес юҡ. Туғандары, хеҙмәттәштәре лә ялҡыта: – Йә, етәр үҙегеҙ өсөн генә йәшәргә. Сабый кәрәк! – Хәҙер йә