Был турала Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. Ҡалтасы районының Түбәнге Ҡаҙмаш ауылында дүрт йәшлек ҡыҙ уйнап йөрөгән ваҡытында сәләмәтлек өсөн хәүефле булған кер порошогын табып ала. Бала, ҡыҙыҡһыныуын еңә алмай, асыҡ төҫтәге капсуланы тәмләп ҡарарға була. Һөҙөмтәлә ҡыҙ ашығыс рәүештә дауаханаға оҙатыла. Уға медицина учреждениеһында “көнкүреш химияһы продукттары менән киҫкен ағыуланыу” диагнозы ҡуйыла. Медицина ярҙамы күрһәтелгәндән һуң баланы ата-әсәһе оҙатыуында өйөнә ҡайтарғандар. Хөрмәтле ата-әсәләр, көнкүреш химияһын тик өҫкө кәштәләрҙә, балаларығыҙҙың буйы етмәҫлек урындарҙа ғына һаҡлағыҙ. Онотмағыҙ: улар күңелһеҙ хәлдәргә алып килеүе мөмкин. Фото: Башинформ.