Бынан 33 йыл элек Мәсетле районы үҙәгендә дауахана ҡаласығы төҙөлә башлай. Былтыр йыл аҙағында иһә мәсетлеләр заман талаптарына ярашлы төҙөлгән, сынъяһау итеп яңыртылған дауаханалы булып ҡыуанды. Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһының Ашығыс ярҙам станцияһы булған яңы бинаһы асылды: ашығыс медицина ярҙамы күрһәтеүсе дауахананы файҙаланыуға тапшырҙылар. Ул тулы ҡеүәтенә февралдә эшләй башланы. Барыһы ла биш йыл элек башлана Хәҙер дауаханала пациенттарҙы ҡабул итәләр: дауалау-диагностика эше алып барыла. Беренсе ҡатта – диагностика бүлексәһе, икенсе һәм өсөнсө ҡаттарҙа балалар, өлкәндәр терапияһы урынлашҡан. Был ҡыуаныслы ваҡиғаны мәсетлеләр түҙемһеҙләнеп көткән. – Радий Фәрит улы Хәбиров Башҡортостан Башлығы итеп тәғәйенләнгәс, иң беренселәрҙән булып төньяҡ-көнбайыш төбәккә килде. Район үҙәгендә яңы майҙансыҡта “Миләш” балалар баҡсаһына нигеҙ ташын һалдыҡ. Бөгөн ул – иң матур, уңайлы, күркәм балалар баҡсаларының береһе. Шул ваҡытта килгәнендә Радий Фәрит улы дауахананы үҙгәртеп ҡороу буйынса күрһәтмә бирҙе. Дауахананы үҙгәртеп ҡороу проекты оҙаҡ ҡына әҙерләнде, шулай ҙа беҙ төҙөлөштө уңышлы тамамланыҡ. Ғөмүмән, Радий Фәрит улының беҙҙең тарафтарға һәр эш сәфәренән һуң ыңғай үҙгәрештәр барлыҡҡа килә, – тип һөйләне Мәсетле районы хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин. Шуныһы ҡыуаныслы: әле хәҙерге заман стандарттары буйынса төҙөлгән дауаханала пациенттарҙы ҡабул итәләр. Дауахана бинаһынан хужалыҡ корпусына сығыу урыны йылытылған. Бынан тыш, һәр ҡатта заманса талаптар буйынса эшләнгән, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән граждандар өсөн уңайлы лифт урынлашҡан. Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһы баш табибы Булат Сәйетов үҙе ошо райондың Оло Аҡа ауылында тыуып үҫкән. Башҡортостан дәүләт медицина университетының дауалау факультетын тамамлағас, отоларинголог булараҡ тыуған яғына эшкә ҡайтҡан. Артабан ул поликлиника етәксеһе, баш табиптың ойоштороу-методика эштәре буйынса урынбаҫары булып эшләгән. – Бала саҡтан хәрби табип булырға хыялландым. Ошо уй-маҡсатымды тормошҡа ашырыу – уҡырға инеү өсөн ике тапҡыр Санкт-Петербург ҡалаһына барҙым, тик уй-ниәтем килеп сыҡманы. Артабан Башҡорт дәүләт университетының дауалау факультетында белем алдым, – ти Булат Әснәф улы. Дауахананы сынъяһау итеп үҙгәртелеү, яңы ҡорамалдар менән йыһазландырылыу – тотош коллектив, барлыҡ мәсетлеләр өсөн бик мөһим, көтөп алынған хәл, тип билдәләне баш табип. – Хәҙер дауахана халыҡ өсөн күпкә уңайлыраҡ. Мәҫәлән, элек беҙгә “Ашығыс ярҙам” машинаһындағы сирлеләрҙе, төнмө йәки таңмы, ниндәй генә ваҡыт булмаһын, аҫта урынлашҡан бинаға барып алырға, атлай алмағандарҙы, йәрәхәтләнгәндәрҙе машинала ташырға тура килә ине. Шулай итеп, өҫтәмә ваҡыт сарыф ителде. Ә бит һүҙ ғүмер тураһында барғанда һәр минут ҡәҙерле. Хәҙер был эштәр бер урында атҡарыла, – тине Булат Әснәф улы. – Элек лаборатория икенсе урында ине. Һөҙөмтәлә ашығыс рәүештә анализ алырға кәрәкһә, медицина хеҙмәткәрҙәре, тәүлектең ниндәй генә ваҡыты булмаһын, икенсе бинанан килә ине. Был мәсьәлә лә хәҙер ыңғай хәл ителде: корпустар йылы үткәргестәр менән тоташтырылған, урамға сығып йөрөйһө түгел. Мәсетле районы хакимиәте вәкилдәренең, Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһы хеҙмәткәрҙәренең йәнә бер уй-маҡсаты бар – дауаханаға яҡын урынлашҡан ике ҡатлы бинаны медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн торлаҡ итеп үҙгәртеп ҡороу. Был иһә йәш кадрҙарҙы дауаханаға йәлеп итеү мөмкинлеген бирер ине. Әйткәндәй, Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһы баш табибы Булат Сәйетовтың ҡатыны Рима Рәйес ҡыҙы ла медицина хеҙмәткәре. Ул район поликлиникаһында шәфҡәт туташы булып эшләй. Ғаиләлә өс бала тәрбиәләнә. Өлкәндәре Яна Екатеринбург ҡалаһындағы колледждарҙың береһендә белем ала, халыҡ-ара туризм буйынса белгес булмаҡсы. Рената менән Мират – Оло Ыҡтамаҡ ауылындағы 1-се лицей уҡыусылары. Тыуған ергә хеҙмәт итәләр Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауахананаһы баш табибының медицина буйынса урынбаҫары, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, республиканың һаулыҡ һаҡлау отличнигы, юғары категориялы хирург Раян Мөхәмәҙиев та ошо уҡ райондың Йонос ауылында тыуып үҫкән. Ул да, хеҙмәттәштәре кеүек, медицина ойошмаһының яңыртылыуына бик шат. Свердловск медицина училищеһын, Башҡортостан дәүләт медицина университетын тамамлағас, ҡулына табиплыҡ дипломын алғас, Раян Вәис улы оҙаҡ уйлап тормай, тыуған яҡтарына ҡайта. Хәҙер инде уның был дауаханала эшләүенә лә 25 йыл. – Хирург булғас, төрлө әмәлиәттәр яһарғатура килә, әле лә ошо эшемде дауам итәм. Бәхеткә күрә, хәҙерге шарттарҙы элеккеһе менән сағыштырырлыҡ та түгел, әлбиттә. Быға тиклем хәлдәр бында күпкә ҡайтыш ине. Бөгөн заман шарттарына ярашлы яңыртылған дауахана, ышаныслы, теүәл ҡорамалдар халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтеү сифатын да күпкә яҡшырта, – ти ул. Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһында күптән эшләгән медицина хеҙмәткәрҙәре был матур яңылыҡтарҙың дауаханаға эшкә йәштәрҙең күпләп йәлеп ителеренә өмөт-ышаныс бағлай. – Медицинаға йәш ҡыҙҙарҙың һәм егеттәрҙең килеүе мөһим. Бына ошондай шәп шарттарҙа эшләү – үҙе ҙур бәхет, – ти Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, республиканың һаулыҡ һаҡлау отличнигы, хирург Наззриддин Нураллиев. Уның хеҙмәт стажы ла сирек быуат тәшкил итә. Ул Тажикстандағы Авиценна исемендәге дәүләт медицина университетын тамамлаған. Үзбәкстанда ла тәжрибә туплаған һәм Башҡортостанда төпләнгән. Шуныһы һөйөнөслө: өлкәндәр тәжрибәһен ҡабул итер йәштәр бар бында. Мәҫәлән, балалар бүлексәһе етәксеһе Ильяс Шәмиғолов Башҡортостан дәүләт медицина университетының педиатрия факультетында белем алып, ординатурала уҡығандан һуң, 2021 йылда “Ауыл табибы” программаһы буйынса эшкә килгән. Йәш белгестәрҙән тағы Элина Әлимбаеваға ҙур өмөт бағлайҙар бында. Ул да Башҡортостан дәүләт медицина университетының педиатрия факультетын тамамлап килгән. Өҫтәүенә, Элина Оло Ыҡтамаҡта тыуып үҫкән. – Атайым Булат Вәли улы – ветеринария табибы, әсәйем Әлфирә Фәнүр ҡыҙы 22 йыл фельдшер булып эшләй. Атайымдың апаһы Гөлнәзирә лә табип-лаборант. Ағаһы Хажиәхмәт тә кардиолог ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғүмере бик аяныслы өҙөлдө, арабыҙҙа хәҙер юҡ инде, – ти Элина Вәли ҡыҙы. Ҡыҙҙың атаһы ошо уҡ райондың Тимерәк ауылынан икән. Шулай итеп, Элина – бына шундай табиптар династияһынан. Дауахана бүлексәләрендәге хәҙерге заман ҡорамалдары, яңы йыһаз иғтибарҙы йәлеп итә.- Беҙгә ниндәй генә сирлеләр мөрәжәғәт итмәй. Ә бына инсульт, инфаркт сирлеләрҙе һуңғы йылдарҙа Мәсәғүт үҙәк район дауаханаһына илтәләр, – ти терапия бүлексәһе етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, республиканың һаулыҡ һаҡлау отличнигы Ольга Васильева. – Ә бүлексәгә килгәндә, ул 31 кешегә иҫәпләнгән. Көн һайын 29-30 тирәһе пациент дауалана һәм йәнә өс-дүрт кеше килә. Хәҙер эшләүе лә күңелле! ...Һуңғы ваҡытта Рәсәйгә ҡаршы төрлө иҡтисади санкциялар ҡабул ителһә лә, Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһы өр-яңы заманса ҡорамалдар менән тәьмин ителгән. Хәҙер Мәсетле районында йәшәгән 20 меңдән ашыу кеше заманса шарттарҙа юғары квалификациялы медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлегенә эйә. Яңы бинала рентген, компьютер томографияһы, ультратауыш аппараты, гастроскопия, функциональ диагностикалау, тәүлек әйләнәһенә эшләгән һәм 13 урынға иҫәпләнгән балалар бүлексәһе, физиотерапия һәм массаж бүлмәләре, 21 урынлыҡ терапия бүлексәһе, кисектергес диагностикалау лабораторияһы һәм башҡалар бар. – Хәҙер медицина ҡорамалдары бөгөнгө заман талаптарына ярашлы һәм өр-яңы булғас, эшләүе бигерәк күңелле, – ти эндоскопия кабинетының юғары категориялы шәфҡәт туташы Людмила Николаева. Хәйер, һәр сирҙең ваҡытында иҫкәртелеүе һәм уны ваҡытында дауалау зарур. Ә был заман талаптарына тура килгән медицина ҡорамалдары ярҙамында күпкә еңелерәк атҡарыла. 20 йылдан ашыу рентген кабинетында эшләгән Марина Сәлихова ла һөйләне. – Көн һайын һигеҙ-ун кешене ҡабул итәбеҙ, – ти ул. Шулай итеп, Мәсетле районы үҙәгендәге дауахана ҡаласығы төҙөлөшө 1991 йылда башланған. Һуңғараҡ эштәр туҡтап ҡалған һәм 2005 йылда яңыртылған. Республика бюджетында аҡса етмәү сәбәпле, дауахананың өс корпусы ғына файҙаланыуға тапшырылған. 2018 йылда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың күрһәтмәһе буйынса объектты эшләп бөтөрөү бурысы ҡуйылған. Белгестәр 1991 йылдағы төҙөлөш планын яңы “СанПиН” нормалары буйынса тергеҙгән. Өҫтәмә ике корпус һәм ашығыс медицина ярҙамы корпустарын төҙөүҙе “Капитал Строй” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте тамамлаған. Быйыл февралдән тулы ҡеүәтенә эшләгән дауахананы хәҙер танырлыҡ та түгел. Әйткәндәй, Мәсетле районының Әйүп ауылында ла яңы һаулыҡ һаҡлау объектының асылыуын көтәләр. Районда ул – һигеҙенсе модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты. Тиҙҙән был һаулыҡ һаҡлау объектына лицензия биреләсәк. Ә бинаның дөйөм майҙаны 80 квадрат метрҙан ашыу тәшкил итә. Урында йәшәгән 280-дән ашыу кеше уңайлы шарттарҙа дауаланасаҡ. Былтыр иһә ,“Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһына ярашлы, “Сәләмәтлек поездары” биш ауыл биләмәһенә халыҡты хеҙмәтләндереүгә сыҡҡан. Улар – Әләгәҙ, Дыуан-Мәсетле, Яңы Мөслим, Йонос һәм Теләш ауылдары. Тағы “Беренсел звеноны заманлаштырыу” төбәк программаһын тормошҡа ашырыуға ярашлы, өс автомашина – ике “Лада НИва”, бер күсмә фельдшер-акушерлыҡ пункты һатып алынған. Шулай итеп, һуңғы биш йылда Мәсетле районы медицинаһы тармағында бихисап матур үҙгәрештәр теркәлгән. Хәҙер дауаханала кадрҙар мәсьәләһен хәл итергә ҡалған. Мәсетле районы хакимиәтенән махсус йүнәлтмә буйынса Башҡортостан дәүләт медицина университетына уҡырға ингән, әле ординатурала белем алған реаниматолог менән хирург тыуған яҡҡа ҡайтыр, тип көтәләр. Дауаханаға ике терапевт, дөйөм практика табибы, невролог реаниаматолог, отоларинголог, рентгенолог, медицина иҫкәртеүе буйынса табип, психиатр, онколог, хирург кәрәк. Әгәр медицина ойошмаһына йәштәр килһә, барлыҡ федераль программалар буйынса ҡатнашыуҙа булышлыҡ итергә әҙерҙәр. Айһылыу НИЗАМОВА. ҺҮРӘТТӘРҘӘ: баш табип Булат Сәйетов дауаханалағы яңы матур үҙгәрештәр тураһында һөйләй; элекке дауахананы хәҙер танырлыҡ түгел; Баш табип урынбаҫары Раян Мөхәмәҙиевтың был дауаханала эшләүенә 25 йыл тулған; эндоскопия кабинетының юғары категориялы шәфҡәт туташы Людмила Николаева эш шарттарының яҡшырыуына ҡыуанып бөтә алмай; балалар бүлексәһе етәксеһе Ильяс Шәмиғолов ошонда дауаланған дүрт айлыҡ Раянаның әсәһе Ольга Зәбихуллинаға кәңәштәрен әйтә; педиатр Элина Әлимбаева – табиптар династияһынан; һәр йыһаз да яңы бында; терапия бүлексәһе етәксеһе Ольга Васильева һәм поста торған шәфҡәт туташы Юлиә Нуретдинова менән; Марина Сәлихованың рентген кабинетында эшләүенә егерме йылдан ашыу. Айрат Нурмөхәмәтов фотолары. Мәсетле районы.