Учалы уңғаны, талантлы йырсы, ойоштороусы Булат Пирғәлин Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арнап, ижадташ дуҫтары, илһамлы яҡташтары менән сираттағы видеояҙма менән шатландырған. “Хөрмәтле ир-егеттәр! Барығыҙҙы ла байрам менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Ир-егеттәр – ил терәге һәм таянысы. Был – оло бурыс. Ниндәй генә алыҫ ерҙәрҙә булһағыҙ ҙа, тыуып үҫкән яғығыҙ, ата-әсәйҙәрегеҙ, туғандарығыҙ һеҙҙе һағынып көтөп ҡала. Рим Хәсәновтың Ибраһим Абдуллин һүҙҙәренә яҙған "Үҙ яғыма ҡайтһам" йыры аша һеҙгә байрам сәләмен еткерәбеҙ. Киләсәктә һеҙгә рух ныҡлығы, яҡшы кәйеф, һаулыҡ теләйбеҙ! Илебеҙгә тыныслыҡ килһен! Байрам менән дуҫтар!”, - тип яҙа Булат Пирғәлин. Беҙ ҙә уның һүҙҙәренә ҡушылабыҙ, һаулыҡ һәм именлек теләйбеҙ! Фото һәм видео: Булат Пирғәлин.