Өфөлә F-1E модель класында авиамодель спорты буйынса Бөтә Рәсәй ярыштары үтте. Унда Магнитогорск, Өфө, Һарытау, Стәрлетамаҡ командалары ҡатнашты. Сара "Мәғариф" милли проекты маҡсаттарына һәм бурыстарына тап килә, Башҡортостан Республикаһында һәм Рәсәй Федерацияһында авиамодель спортын үҫтереүгә һәм пропагандалауға йүнәлтелгән. Ярыштарҙа Әбйәлил районы Асҡар ауылының йәш техниктар станцияһы уҡыусылары ҡатнашты. Балалар үҙ ҡулдары менән моделдәр эшләй һәм улар менән идара итеүҙә ярыша. Был ярыштарҙа улар үҙ районын лайыҡлы күрһәтте һәм сираттағы тапҡыр призлы урындар яуланы. 6-10 йәшлектәр төркөмөндә беренсе урынды Даян Ибраһимов яуланы, өсөнсөлә - Әлмир Юлдыбаев. 10-13 йәшлектәр төркөмөндә Тимур Әүбәкеров еңеүсе булды. 14-17 йәштәгеләр төркөмөндә Илдан Ғәлиуллин пьедесталдың өсөнсө баҫҡысына күтәрелде. Педагог Салауат Фазлетдинов икенсе урын алды. Команда иҫәбендә Әбйәлил командаһына етеүселәр булманы. "Балаларҙы һәм уҡытыусыларҙы еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ! Артабан да авиамодель спортында белемдәрен камиллаштырырға теләйбеҙ, сер түгел, бөтә бөйөк конструкторҙар һәм модельерҙар авиатүңәрәктән башлаған”, – тип билдәләнеләр Әбйәлил районы хакимиәтендә. Билдәле булыуынса, “Мәғариф” (национальный проект “Образование”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Әбйәлил районы хакимиәте.