Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Геройҙар беҙҙең арала!

Көн һайын беҙҙең илдә кемдер батырлыҡ ҡыла – кеше ғүмерен ҡотҡара, үҙенең һаулығын хәүеф аҫтына ҡуйып, бәлә-ҡазаны иҫкәртә, енәйәтсел ниәтте туҡтата... Ҡайһы берҙә батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ ысын тормоштан теле – һәм кино экрандарҙа ғына тороп ҡалған кеүек тойола. Ә шул уҡ ваҡытта геройҙар беҙҙең арабыҙҙа йәшәгәнен, улар ҙа беҙҙең кеүек ябай кешеләр икәнен онотмаһаҡ ине. Геройҙар беҙҙең арала! Данил Басариев тураһында беҙгә Шишмә районының Түбәнге Хәжәт ауылында йәшәгән Әнисә Әлмөхәмәтова хәбәр итте. Ошо көндәрҙә Данил Вадим улы сирле ҡатынға беренсе ярҙам күрһәтеп уның ғүмерен һаҡлап алып ҡала. Данил Вадим улы 16 йыл водитель булып эшләй. Әле 151-се “Өфө-Шишмә” маршрутында эшләп йөрөй. Юлда көтөлмәгән хәлдәр булыуы мөмкин. Был юлы Ҡара Яҡуп ауылы янында бер ҡатын-ҡыҙға ҡапыл ҡыйын була. Ләкин Данил Басариев юғалып ҡалмай, ашығыс ярҙам саҡырта. Ҡалған пассажирҙарҙы икенсе автобусҡа ултыртып ебәрә. Аңын юғалтҡан ҡатынға тейешле ярҙам күрһәтеп 15 минут эсендә уны медицина хеҙмәткәрҙәренә тапшыра. Автобуста эшләү дәүерендә икенсе тапҡыр кеше ҡорҡарыуы. “Башавтотранс” компанияһында водителдәрҙе беренсе ярҙам күрһәтергә, төрлө хәлдәр килеп сыҡҡанда үҙеңде нисек тоторға – барыһына ла әҙерләйҙәр. Ышаныслы водителдәр менән юлдарҙа тыныс күңел менән йөрөргә мөмкин! Мәғлүмәт һәм фото: https://vk.com/almux