Республикаға идара итеү үҙәге һәм Башҡортостан юлдаш телеканалы быйылғы ҡабул итеү кампанияһына арнап ойошторған брифингта ошо мәсьәләгә ҡағылышлы һорауҙарға республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы, донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәге вәкилдәре, шулай уҡ төбәктәге юғары уҡыу йорттары етәкселәре яуап бирҙе. Республиканың мәғариф һәм фән минисры Илдар Мәүлетбирҙин быйылғы ҡабул итеү кампанияһына ҡағылышлы мөһим яңылыҡтар тураһында хәбәр итте. Ул йылдың-йылы төбәгебеҙ вуздарында бюджет урындарының арта барыуын билдәләне. - Әгәр бынан биш йыл самаһы элек ул яҡынса 12 мең булһа, 2024 йылда – 14,8 мең. Был нисбәт 11-се класс һөҙөмтәләре буйынса БДИ һайлаған уҡыусыларҙың нисбәтенә тура килә. Әгәр беҙҙең уҡыусылар барыһы ла, йәғни 100 процент, республика университеттарында булған белгеслектәрҙе һайлаһа, улар барыһы ла бюджет урындары менән тәьмин ителәсәк, - тип билдәләне Илдар Марат улы. Шулай уҡ мәғариф һәм фән министры ҡайһы вузда күпме бюджет урыны булыуы тураһында ла мәғлү
15 меңгә яҡын йәш кешегә бюджет нигеҙендә уҡырға инеү мөмкинлеге бар
21 февраля 202421 фев 2024
1 мин