Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

"Уны ҡустыһы ашата..."

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә: "Әгәр дин ун өлөштән тора икән, уның берәүһе — ғибәҙәт, ҡалғандары — мөғәмәләт", — тигән. Сауҙа, кәсеп итеү, ғилем алыу, һөнәр өйрәнеү, балалар үҫтереү һәм башҡалар — барыһы ла мөғәмәләткә инә. Ҡөрьәндә Аллаһ Тәғәлә ғәмәл ҡылырға, эшләргә бойорған. Был йәһәттән Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм беҙгә үҙ тормошо аша өлгө күрһәткән: намаҙ ҙа уҡыған, ғаиләһен дә яҡшы ҡараған, гел хеҙмәттә булған. Пәйғәмбәребеҙ сауҙа менән уңышлы шөғөлләнгән. "Аллаһ Тәғәлә иманлы, һөнәрле бәндәһен һөйә", — тигән. Бер саҡ ул, барлыҡ ваҡытын мәсеттә уҙғарған кешене күреп, башҡаларҙан: "Был кеше көнө-төнө ғибәҙәттә, уны кем ашата икән һуң?" — тип һораған. "Уның кәсеп менән шөғөлләнгән ҡустыһы бар, шул ризыҡландыра", — тип яуаплағандар. "Тимәк, был кешенең тормошона ҡарағанда туғаныныҡы хәйерлерәк", — тип һығымта яһаған Пәйғәмбәребеҙ. Мосолман ир-егет - динебеҙҙең, өммәтебеҙҙең терәге. Ул һәр яҡлап өлгөлө булырға тейеш, тиелә Исламда. Фото: Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты сайтынан.