Улар ҡорбанының аҡсаһы хәүеф аҫтында булыуы тураһында ышандырған. Ҡатындың һүҙҙәренсә, уға мессенджерҙа билдәһеҙ номерҙан смс-хәбәр килгән. Был кеше үҙен колледж директоры тип таныштырған. Зыян күреүсе уның менән таныш булмаған, тик шулай ҙа яҙыусының исеме һәм фотоһы булыуы ышаныс уятҡан. Ир, уның менән тиҙҙән банк һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре бәйләнешкә сығасаҡ, тип иҫкәрткән. Тап шулай булған да: таныш булмаған кешеләр ҡатындың аҡсаһы хәүеф аҫтында икәнен, шуға уларҙы һаҡлап ҡалырға кәрәклеген хәбәр иткән. Аферистар вкладтарҙағы бөтә булған аҡсаларҙы йыйып, махсус иҫәпкә күсерергә ҡушҡан. Мутлашыусыларҙың күрһәтмәһе буйынса ҡатын банк хеҙмәткәрҙәрен алдап, аҡсаны иҫәптәрҙән ниндәй маҡсат менән сығарыуын әйтмәгән. Һөҙөмтәлә ҡатын 15 йыл буйына йыйған аҡсаһын биш көн дауамында аферистарға ебәреп, уларҙы биш миллион һумға тиерлек байытҡан. Автор фотоһы.