Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Офицер бөгөн дә сафта ҡала

Бөгөн баш ҡалабыҙҙағы “Башҡортостан” дәүләт концерт залында Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған тантаналы йыйылыш һәм концерт уҙҙы. Уның барышында бер төркөм Ватан һаҡсыларына, махсус хәрби операция яугирҙәренә дәүләт наградалары тапшырылды. Улар араһында гвардия капитаны, Һауа-десант ғәскәрҙәренең Хәрби әҙерлек үҙәге курсы начальнигы, МХО яугире Иван Тимофеевич ПРИСЯЖНЮК та бар. Ул – данлыҡлы Рязань юғары һауа-десант команда училищеһы традицияларын дауам итеүсе. Ҡаһарманлыҡ ордены кавалеры, “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән наградланған. Иван Присяжнюк 2022 йылдың 24 февраленән 24 мартына тиклем махсус хәрби операцияла була. Ошо ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ул ҙур батырлыҡтар күрһәтеп өлгөрә. 2022 йылдың 26 февралендә өлкән лейтенант И.Т. Присяжнюктың төркөмө Украина ҡораллы көстәре ойошторған засаданы асыҡлап, юҡ итеүгә өлгәшә. Ошо уҡ йылдың 1 мартында ул етәкләгән төркөм Украина ҡораллы көстәренең бер нисә юғары званиелағы офицерын, снайпер парын һәм дүрт ут нөктәһен юҡ итә. 2022 йылдың 24 фе

Бөгөн баш ҡалабыҙҙағы “Башҡортостан” дәүләт концерт залында Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған тантаналы йыйылыш һәм концерт уҙҙы. Уның барышында бер төркөм Ватан һаҡсыларына, махсус хәрби операция яугирҙәренә дәүләт наградалары тапшырылды. Улар араһында гвардия капитаны, Һауа-десант ғәскәрҙәренең Хәрби әҙерлек үҙәге курсы начальнигы, МХО яугире Иван Тимофеевич ПРИСЯЖНЮК та бар. Ул – данлыҡлы Рязань юғары һауа-десант команда училищеһы традицияларын дауам итеүсе. Ҡаһарманлыҡ ордены кавалеры, “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән наградланған. Иван Присяжнюк 2022 йылдың 24 февраленән 24 мартына тиклем махсус хәрби операцияла була. Ошо ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ул ҙур батырлыҡтар күрһәтеп өлгөрә. 2022 йылдың 26 февралендә өлкән лейтенант И.Т. Присяжнюктың төркөмө Украина ҡораллы көстәре ойошторған засаданы асыҡлап, юҡ итеүгә өлгәшә. Ошо уҡ йылдың 1 мартында ул етәкләгән төркөм Украина ҡораллы көстәренең бер нисә юғары званиелағы офицерын, снайпер парын һәм дүрт ут нөктәһен юҡ итә. 2022 йылдың 24 февраленән 24 мартына тиклем өлкән лейтенант Присяжнюктың оҫта етәкселеге аҫтында 20 дошман яугире әсиргә алына, әммә ошо йылдың 24 мартындағы ҡатмарлы операция барышында Иван ауыр тән йәрәхәттәре ала. Шулай ҙа ул бөгөн дә Тыуған иленә, тыныслыҡ хаҡына хеҙмәтен лайыҡлы дауам итә. Иван Тимофеевич ПРИСЯЖНЮК, гвардия капитаны, Һауа-десант ғәскәрҙәренең Хәрби әҙерлек үҙәге курсы начальнигы, махсус хәрби операция яугире: - “Башҡортостан” дәүләт концерт залында үткән Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған тантаналы йыйылыш барышында республика Башлығы Радий Хәбиров миңә Шайморатов орденын тапшырҙы. Әлбиттә, был – бик ҡыуаныслы ваҡиға, оло хөрмәт билдәһе. Махсус хәрби операцияның тәүге көнөнән ил именлеге һағына баҫырға тура килде. Сираттағы разведка операцияһы барышында ауыр йәрәхәт алдым, әммә Һауа-десант ғәскәрҙәренең Хәрби әҙерлек үҙәге курсы начальнигы булараҡ, Тыуған илемә хеҙмәтемде дауам итәм. Күптән түгел яңы төркөмдө туплап, егеттәр менән әҙерлек эшен башланым. Үҙем сығышым менән Өфө районының Алкин ауылынан булам, Өфө кадет мәктәбен тамамланым, өсөнсө быуын хәрби династия вәкилемен. Хәрби хеҙмәт барышында тапшырылған Ҡаһарманлыҡ ордены, “Батырлыҡ өсөн” миҙалы янына Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовтың ордены өҫтәлеүе – минең өсөн оло ғорурлыҡ ул! Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.