21 февралдә “Атайсал” мәҙәниәт үҙәгендә “Бында һәр халыҡта ҡаһарманлыҡ” (“Здесь доблесть в каждом из народов”) байрам концерты үтте. Сара өс байрамды – Халыҡ-ара туған тел көнөн, Ватанды һаҡлаусылар көнөн һәм Башҡортостан Республикаһының Дәүләт флагы көнөн берләштерҙе. Байрам ҡунаҡтарын Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры Эльмира Саматова һәм Республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры Салауат Кирәев сәләмләне. Концерт тыуған еребеҙгә, телгә һәм геройҙарға арналған өс өлөштән торҙо: “Башҡортостан – бөйөк Рәсәйҙең сағылышы”, “Йөрәк менән һаҡланған туған тел”, “Ватанды һаҡлаусыларға – дан!” Байрам сараһы сиктәрендә башҡорт, рус, татар, мари, ҡырғыҙ, ҡытай, вьетнам телдәрендә йырҙар яңғыраны. Концертты Айгиз Хашимов, Юнир Һағынбаев, Ван Ма Цайран, До Нгог Аня, Анжелика Гулеян, Ырысбәк Шадыбеков, Иван Иликаев һәм башҡаларҙың сығыштары биҙәне. “Аманат” халыҡ бейеүҙәре ансамбле, “Ауаз” фольклор ансамбле, “Ловзар” кавказ халыҡ бейеүҙәре ансамбле, Әминә Мортазина һәм Давид Аллавердиев “Йыл