Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Башҡортостан балалар тауарҙары индустрияһын үҫтерә

РФ Дәүләт Думаһында Парламент тыңлауҙары үтте, унда Рәсәйҙә балалар тауарҙары индустрияһына ярҙам итеү буйынса закон проекттары тикшерелде. Башҡортостан предприятиелары һәм тармаҡ ведомствоһы етәкселәре фекер алышыуҙа илдә тәүгеләрҙән булып балалар тауарҙары индустрияһын үҫтереү буйынса юл картаһын индергән төбәк вәкилдәре булараҡ ҡатнашты. - 2023 йылда Башҡортостандың Сәнәғәтте үҫтереү фонды илдә тәүгеләрҙән булып балалар тауарҙарын етештереүселәр өсөн махсус программаны раҫланы. Һүҙ бер процент менән биш йылға тиклем льготалы кредиттар биреү тураһында бара. Был ярҙам сараһы менән беҙҙең ете предприятие файҙаланды ла инде, уларҙың дөйөм суммаһы 134 миллион һум тәшкил итте. Быйыл предприятиеларҙы күргәҙмә-йәрминкә эшмәкәрлеге өсөн субсидиялай башлайбыҙ. Шулай уҡ балалар өсөн тауарҙарға билдә ҡуйыу буйынса экспериментта ҡатнашасаҡбыҙ, - тип комментарий бирҙе Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров. Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/23122/