Бөгөн Өфөләге “Башҡортостан” дәүләт концерт залында Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған тантаналы йыйылыш үтте. Залдағы хәрби кейемдәге кешеләрҙән күҙ ҡамаша ине: махсус хәрби операция яугирҙәре һәм ветерандары, Рәсәй Геройҙары, запастағы офицерҙар, ҡаһарманлыҡ күрһәткән ир-аттар, һәләк булған яугирҙәрҙең ғаилә ағзалары... Йыйылыусыларҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тәбрикләне. Уның әйтеүенсә, бөгөн традицион ир-аттар байрамы яңы айырым бер мәғәнә ала. Барлыҡ Ватанды һаҡлаусылар: алғы һыҙыҡта ҡаһарманлыҡ күрһәткән яугирҙәр ҙә, тылда “Бөтәһе лә Еңеү өсөн!” тигән девиз менән эшләгәндәрҙең дә берләшеүе символына әйләнә. – Ҡулдарына ҡорал тотоп Тыуған илебеҙ һағына торған яҡташтарыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Араларында тыныс һөнәр эйәләре – уҡытыусылар, инженерҙар, водителдәр, ауыл хужалығы эшсәндәре, шулай уҡ етәкселәр, депутаттар, дәүләт хеҙмәткәрҙәре, журналистар ҙа бар, – тине ул. Радий Фәрит улы хеҙмәттәштәребеҙ, билдәле журналистар Рафиҡ Әхмәтшин менән Бәйтулла Фәтҡуллинды билдәлән