“Башҡортостан” гәзитенең "Бәйләнештә" селтәрендә 23 февраль – Ватанды һаҡлаусылар көнө һәм Ғаилә йылы айҡанлы ойошторолған “Өлгөлө атай” конкурсы тамам. Ун көн дауамында республикабыҙҙың район-ҡалаларында күп бала тәрбиәләгән, өлгөлө ғаилә башлығы булған, йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнашҡан иң яҡшы атайҙар үҙ-ара көрәште. Уларҙың һәр береһе был тормошта еңеүсе, сөнки барыһы ла ныҡлы ғаилә ҡорған, йорт һалған, иң мөһиме – “атай” тигән бөйөк исемде лайыҡ йөрөтәләр, илебеҙҙең киләсәген үҫтерәләр. Бәйге булғас, еңеүсеһе лә була. Шулай итеп, “Башҡортостан” гәзитенең “ӨЛГӨЛӨ АТАЙ” конкурсында иң күп тауыш йыйып, https://vk.com/app7198399_-104965500#poll65ca28bdc85f9504436c6b71 I урынды – Ленар Яримов II урынды – Зәбир Баһауетдинов III урынды - Сибай Утарбаев яуланы. Ҡотлайбыҙ! Был конкурста ҡатнашҡан иң күп балалы ғаилә башлығы – Бөрйән районынан 11 бала атаһы Ишкилде Фәхрийәновты (4-се урын) “Рухлы атай” номинацияһы менән билдәләргә ҡарар иттек. Уға яҡташтары бик күп матур, изге һүҙҙәрҙән то