Яуап: Әгәр Аллаһтың ҡолдары Аллаһҡа(ﷻ) берәүҙе лә тиңдәш итеп алмаһалар (ширк ҡылмаһалар), уларҙы Аллаһ(ﷻ) ғазапҡа тарттырмаҫҡа Үҙ-үҙенә йөкмәткән.
Быға дәлил: Мү'әҙ ибн Джәбәл رضي الله عنه әйтте: "Мин Пәйғәмбәребеҙ صلى الله عليه وسلم артында Ғүфәйр исемле ишәктә ултыра инем, һәм шунан Пәйғәмбәр صلى الله عليه وسلم миңә өндәште: - Йә, Мү'әҙ! Беләһеңме, Аллаһтың ҡолдарына булған хаҡын, һәм ҡолдарының Аллаһҡа ҡарата булған хаҡын? Мин әйттем: —Аллаһ һәм Уның Рәсүле яҡшыраҡ беләләр, - тип. Пәйғәмбәребеҙ صلى الله عليه وسلم әйтте: —Дөрөҫлөктә, Аллаһтың үҙ ҡолдарына булған хаҡы - улар тик Бер Аллаһҡа ғына табынырға һәм һис бер ниндәй затты ла Уға тиңдәш итеп алмаҫҡа тейештәр. Һәм ҡолдарының Аллаһҡа булған хаҡтары —Уға берәүҙе лә тиңдәш итеп алмаһалар, Аллаһ уларҙы ғазапламаһын тип".
Сахих Бухари, 2856 Сахих Бухари, 6267 Сахих Муслим, 30 Фәйсал ибн Мисфир исемле ғалимдың КәнзүлАтфал китабынан тәржемә ителде. Тәржемә итеүсе Әбү Әхмәд Әл-Бәшҡурди. #балаларға https://t.me/kanzulatfalbashkortsa