Көслө һәм көсһөҙ мөъминдең ҡайһыныһы Аллаһ(ﷻ) алдында күркәмерәк?
Яуап: Көслө мөъмин Аллаһ(ﷻ) алдында күркәмерәк.
Әбү Һүрайра رضي الله عنه еткергән хәҙистә Пәйғәмбәребеҙ Мүхәммәд صلى الله عليه وسلم әйтте: «المـُؤْمِنُ القَوِيُّ، خَيْرٌ وَأَحَبُّ إِلَى الله مِنَ المُؤْمِنِ الضَّعِيفِ، وَفِي كُلٍّ خَيْرٌ احْرِصْ عَلَى مَا يَنْفَعُكَ، وَاسْتَعِنْ بِالله وَلَا تَعْجَزْ، وَإِنْ أَصَابَكَ شَيْءٌ، فَلَا تَقُل لَوْ أَنِّي فَعَلتُ كَانَ كَذَا وَكَذَا، وَلَكِنْ قُل قَدَرُ الله وَمَا شَاءَ فَعَلَ، فَإِنَّ لَوْ تَفْتَحُ عَمَلَ الشَّيْطَانِ». رواه مسلم (2664). "Көслө (иманы көслө) мөъмин көсһөҙ мөъмингә ҡарағанда Аллаһ алдында хәйерлерәк һәм күркәмерәк, һәм икеһендә лә хәйерлек бар. Үҙеңә файҙа килтергән нәмәгә ынтыл. Аллаһтан ярҙам һора һәм ҙәғифлек күрһәтмә. Берәй нәмә булһа, әгәр ҙә мин шулай эшләһәм был һәм теге булыр ине, тип әйтмә. Киреһенсә, әйт: "Был Аллаһ тарафынан алдан билгеләнгән, һәм Ул үҙе теләгәнде эшләй" , тип. Ысынлыҡта, "әгәр" тигән һүҙегеҙ шайтан ғәмәлдәренә юл аса". (Сахих Муслим, 2664).
Фәйсал ибн Мисфир исемле ғалимдың КәнзүлАтфал китабынан тәржемә ителде. Тәржемә итеүсе Әбү Әхмәд Әл-Бәшҡурди. #балаларға https://t.me/kanzulatfalbashkortsa