Саҡмағош районының Рапат ауылында йәшәүсе Хәлиҙә һәм Рәүеф Исламовтарҙың байрамса табын әҙерләгән мәлдәренә тап килдек. Күптән көтөп алған ғаилә байрамдары шул – махсус хәрби операция зонаһынан 22 көнлөк ялға ҡайтҡан улдарын һөйөнөп ҡаршы алғандар. “Алтылағы юлдан ҡайтһа,алтмыштағы күрә килә”, тигәндәй, ғаилә башлығының ике туған ҡустыһы Айрат Йосопов та хәләл ефете Зөлфиә менән һалдатты ҡосаҡлап, хәл белешергә, яҡындарының ҡыуанысын уртаҡлашырға килгән. Йорт хужаһы Рәүеф Ғәзизйән улы йор һүҙле, ихлас күңелле кеше булып сыҡты. Тауҙай шатлығын, улы менән осрашыу рәхәтлеген, һағыныу тойғоһон йәшерергә уйы юҡ. Ул ҡатыны менән өс бала тәрбиәләп үҫтереүҙәре, белем биреүҙәре, бөтә ғүмерҙәренең ошо ҡәҙерле ике ҡыҙы һәм улдары Булат тирәләй әйләнеүе тураһында ғорурланып һөйләне. Оҙаҡ йылдар колхозда, “Базы” йәмғиәтендә тракторсы булып эшләгән, ҡатыны Хәлиҙә ханым почта бүлексәһендә хеҙмәт иткән. Хәҙер икеһе лә хаҡлы ялда. “Өлкән ҡыҙым Ләйсән мәктәпте көмөш миҙалға тамамланы. Ғөмүмән, балалары