Бына ике йыл инде Бәләбәй районы уҡыусылары махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә хаттар яҙып, уларға хөрмәттәрен, иғтибарын күрһәтә һәм тыуған яҡтарына иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләй, тип яҙа “Белебеевские известия”. Кескәйҙәр ихлас һәм асыҡ күңелле. “Ровесник” йәштәр сәйәсәте учреждениеһы белгестәре тәрбиәләнеүселәренең һалдаттарға хат яҙыуға бик етди һәм ижади тотоноуҙарын билдәләне. “Илебеҙҙе һаҡ аҫтында тотоуығыҙ өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт! Мин еңеребеҙгә ышанам, сөнки беҙҙә иң көслө һәм яҡшы һуғышсылар!”– тигән Илдар Вәлиев. “Һалдаттар! Һеҙ еңәсәкһегеҙ, беҙ һеҙгә ышанабыҙ! Юғалтыуҙар аҙыраҡ булыуын теләйем”,– тигән уҡыусы исемен яҙырға онотҡан. “Һаумы, һалдат! Үҙеңдең ҡыйыу һәм көслө булыуыңды хәтерҙә тот! Һинең еңелдән булмаған хеҙмәтең ил өсөн бик кәрәк бөгөн. Һиңә тыныс күк йөҙө, һаулыҡ, уңыштар, еңеүҙәр, ныҡлыҡ һәм түҙемлек теләйем. Тиҙерәк ҡайт өйөңә!” – тип яҙған Илнур Ханнанов һәм хатының ситтәрен Георгий таҫмаһы һәм аҡ күгәрсендәр менән биҙәгән. Марат Козлов һалдаттарға батырлыҡтары өсөн рәхмәт белдергән. “Минең хатымды уҡығанда йылмай һәм барыһы ла яҡшы булыр тип уйла!”– тип һалдатҡа теләген белдергән. Республикабыҙҙа йәш илһөйәрҙәр быуыны, лайыҡлы алмаш үҫеүе ҡыуандыра. Фото һәм хаттар “Ровесник”йәштәр сәйәсәте учреждениеһы тарафынан әҙерләнде. https://vk.com/belizv