Найти тему
Башҡортостан гәзите

Бизнес-омбудсменға мөрәжәғәттәр кәмегән

Башҡортостан Республикаһында Эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил йыл да башҡарылған Башҡортостанда эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын һәм законлы мәнфәғәттәрен яҡлау тураһында докладты әҙерләү сиктәрендә 2023 йылда бизнестан килгән мөрәжәғәттәргә анализ яһаны. Йыл йомғаҡтары буйынса ер-милек мөнәсәбәттәре өлкәһендә мөрәжәғәттәр һаны бынан алдағы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда һиҙелерлек кәмегән. Эшҡыуарҙар бизнес-омбудсменға ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ер участкаларын рөхсәт менән файҙаланыу төрөн үҙгәртеү, бындай ерҙәрҙе, дәүләт һәм муниципаль милекте ҡуртымға алыу килешеүҙәренең ғәмәлдә булыу ваҡытын оҙайтыу кәрәклеге менән бәйле һорауҙар менән мөрәжәғәт иткән. Эшҡыуарҙарҙың ер ҡануниәте өлкәһендәге проблемаларын хәл итеү өсөн 2023 йылда эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген алып барыу өсөн ер-мөлкәт мөнәсәбәттәре мәсьәләләренә арналған конференция ойошторолған, бизнес өсөн Ер ҡануниәте өлкәһендәге вәкил белгестәренән даими консультациялар уҙғарылған. Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/23110/