Санкт-Петербургта Бөтә Рәсәй туристик премияһына йомғаҡ яһалды. Рәсәйҙең 47 төбәге финалға сыҡты. Башҡортостан 20 номинацияның алтыһында тәҡдим ителде. Республика «Этномәҙәни туризм төбәге» һәм «Туристик маршруттар һәм экскурсия программалары төбәге» номинацияларында иң яҡшыһы тип танылды. Бынан тыш, Башҡортостанға «Сувенир туристик продукция төбәге» номинацияһында икенсе урын, шулай уҡ «Конгресс-күргәҙмә эшмәкәрлеге төбәге» номинацияһында өсөнсө урын бирелде. Төбәктә туристик проекттарҙы тормошҡа ашырыу менән «Башҡортостан Республикаһының Туризмды үҫтереү үҙәге» автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы, «Янғантау» һәм «Торатау» геопарктары һәм 70-кә яҡын туристик оператор шөғөлләнә. - Республикабыҙ бөгөн туризм өлкәһендә танылған төбәккә әүерелә бара. Конкурентлыҡҡа һәләтлелек шарттары ябай һәм аңлайышлы: тәбиғәт, башҡорт ҡунаҡсыллығы, үҙенсәлекле урындағы колорит, шулай уҡ эҙмә-эҙлекле һәм уйланылған эш, - тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының Туризмды үҫтереү үҙәге директоры урынбаҫары Артур Иҙелбаев. Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/23113/