Стәрлетамаҡ троллейбус идаралығы водителе Альбина Кәримова был һөнәрҙе әсәһе Любовь Николаевнанан мираҫҡа ала. Хәҙер инде ул 15 йыл троллейбус йөрөтә, тип яҙа “Стерлитамакский рабочий” гәзите. – Ҙур машинаны йөрөтөү һәм пассажирҙар өсөн яуап биреү бик яуаплы эш, – ти ул. –Тәүҙә бик тулҡынлана инем, йылдар үтеү менән күнегәһең, иң мөһиме– кешеләрҙе һаҡ йөрөтөргә кәрәк. Минең өсөн иң ауыры – иртәнге сәғәт дүрттә тороп эшкә китеүе. Уның ҡарауы, эш графигы уңайлы, ике көн эшләйем дә ике көн ял итәм. Иң күңелле мәл – пассажирҙарҙың рәхмәте. Кадеттар һәм студенттар - минең даими пассажирҙарым. Танып та бөтәһең. Бер әбей мине гел генә кәнфит менән һыйлай. Өлкәндәр һөнәремдең ауыр һәм яуаплы икәнен нығыраҡ аңлай төҫлө. Берҙәм коллективым менән ғорурланам, шатлыҡта ла, ҡайғыла ла гел бергәбеҙ. Һөнәремде яратам. Троллейбусҡа ултырғас, уны сәләмләргә онотмайым. ”Ҡарлуғасҡайым минең, матурҡайым, мине ҡыйын хәлдә ҡалдырма”, - тип үтенәм. Юлда төрлө хәлдәр була. Бер әбей дауаханаға барырға сыҡҡан да