Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Хуш еҫле шифалы сәй әҙерләнеләр

Ҡариҙел районының Тайҡаш ауылы халҡы “Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!” акцияһында әүҙем ҡатнашыуын дауам итә. Был юлы улар тыуған яҡтың бай тәбиғәт байлыҡтарын файҙаланып, егеттәргә шифалы үлән сәйҙәре әҙерләгән, тип яҙа “Газета Караидель”. Тайҡаш ауылы мәҙәниәт йорто, китапхана хеҙмәткәрҙәренән торған инициативалы төркөм ауылдаштары менән тағы ла бергә йыйылды. Хуш еҫле үлән сәйе әҙерләү – күңелле эш. Ҡариҙел ерендә ниндәй генә файҙалы, шифалы үләндәр, еләк-емеш үҫмәй! “Гөлйемеш, мәтрүшкә, бөтнөк, лимон бөтнөгө (мелисса), туҡранбаш, боланут, кейәү үләндәренән һәм киптерелгән еләктәрҙән әҙерләнгән сәйҙең яҡташтарыбыҙҙы киске һалҡындарҙа йылытыуын теләйбеҙ!” – ти ауылдаштар. – Беҙҙең ярҙамыбыҙ яугирҙәребеҙ өсөн ауыр минуттарҙа терәк булһын! Барыһына ла һаулыҡ, түҙемлек теләйбеҙ! Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламаясаҡбыҙ! – ти Тайҡаш ауылы халҡы. Фото: https://karaidel.site/news/obshchestvo/2024-02-16/zhiteli-d-taykash-karaidelskogo-rayona-aktivno-prodolzhayut-uchastvovat-v-aktsii-svoih-ne-brosa

Ҡариҙел районының Тайҡаш ауылы халҡы “Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!” акцияһында әүҙем ҡатнашыуын дауам итә. Был юлы улар тыуған яҡтың бай тәбиғәт байлыҡтарын файҙаланып, егеттәргә шифалы үлән сәйҙәре әҙерләгән, тип яҙа “Газета Караидель”. Тайҡаш ауылы мәҙәниәт йорто, китапхана хеҙмәткәрҙәренән торған инициативалы төркөм ауылдаштары менән тағы ла бергә йыйылды. Хуш еҫле үлән сәйе әҙерләү – күңелле эш. Ҡариҙел ерендә ниндәй генә файҙалы, шифалы үләндәр, еләк-емеш үҫмәй! “Гөлйемеш, мәтрүшкә, бөтнөк, лимон бөтнөгө (мелисса), туҡранбаш, боланут, кейәү үләндәренән һәм киптерелгән еләктәрҙән әҙерләнгән сәйҙең яҡташтарыбыҙҙы киске һалҡындарҙа йылытыуын теләйбеҙ!” – ти ауылдаштар. – Беҙҙең ярҙамыбыҙ яугирҙәребеҙ өсөн ауыр минуттарҙа терәк булһын! Барыһына ла һаулыҡ, түҙемлек теләйбеҙ! Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламаясаҡбыҙ! – ти Тайҡаш ауылы халҡы. Фото: https://karaidel.site/news/obshchestvo/2024-02-16/zhiteli-d-taykash-karaidelskogo-rayona-aktivno-prodolzhayut-uchastvovat-v-aktsii-svoih-ne-brosaem-3647474