Найти тему
Башҡортостан гәзите

Рәсәй Геройына таҡтаташ асылды

Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан Өфө фән һәм технологиялар университетының Сибай институтында (филиалында) махсус операцияла һәләк булған Рәсәй Геройы Тамерлан Айсар улы Илһамов иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асыу тантанаһы уҙҙы. Иҫтәлекле сарала Сибай ҡалаһы һәм Хәйбулла районынан хәрби комиссар Ринат Фәнил улы Зәбиров, Әбйәлил районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Ғәлим Наил улы Солтанов, Сибай институты директоры Илдар Сәлихйән улы Хәмитов, геройҙың әсәһе Айгөл Милләт ҡыҙы Илһамова, туғандары, уҡытыусылары, студенттар һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты. Митингты асып, институт директоры Илдар Сәлихйән улы Хәмитов юғалтыуҙар тураһында һөйләүҙең һәр ваҡыт ауыр һәм үкенесле булыуын билдәләне, әммә бөтөнләй йәш кешеләрҙең вафат булыуы икеләтә ауыр. - Бөгөн беҙ ҡыйыу аҙым яһаған студентыбыҙ Тамерлан Илһамовҡа таҡтаташ асабыҙ. Студентыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Беҙҙең уҡыу йортонда бедем алған 30-лаған студентыбыҙ махсус хәрби операция зонаһында. Үкенескә күрә, уларҙың дүртәүһе яҡты донъя менән хушлашҡан. Был студенттарыбыҙға Ватанды яратыу йәһәтенән өлгө булып тора. Тамерландың әсәһе Айгөл Милләт ҡыҙына ысын Ватанды һаҡлаусы тәрбиәләүе өсөн ҙур рәхмәтемде белдерәм. Герой булып тыумайҙар, герой булып китәләр. Тамерлан - Герой, - тине ул. «Хәрбиҙәребеҙ Тыуған илен неофашистарҙан һаҡлай. Һәм Ватанды һаҡлауға уның иң яҡшы улдары баҫып тора. Рәсәй Геройы Тамерлан Илһамов шуларҙың береһе ине. Һуғыш юғалтыуҙарһыҙ булмай, йәштәрҙең һәләк булыуы бик фажиғәле, әммә улар балалары һәм ейән-ейәнсәрҙәренең тыныс киләсәге өсөн һәләк була. Бөгөн тыл һәм фронт берҙәм: яугирҙәр Тыуған илен һаҡлай, беҙ бында, тылда мөмкин тиклем барыһына ла ярҙам итергә тейешбеҙ», - тине үҙ сығышында Сибай ҡалаһы һәм Хәйбулла районының хәрби комиссары Ринат Зәбиров. Тамерлан Әбйәлил районында тыуып үҫкән, Тал Ҡусҡары ауылы мәктәбенде уҡыған, һуңынан Асҡар ауылына күсеп, Таһир Күсимов исемендәге гимназияны тамамлаған. Тамерлан Илһамовтың иҫтәлеген мәңгеләштереү маҡсатында уның тыуған мәктәбендә мемориаль таҡтаташ, Герой партаһын астыҡ. Икенсе йыл спорт саралары уҙғарабыҙ. Беҙ уны һәр хәтерҙә тотасаҡбыҙ, - тине Әбйәлил районы хакимиәте башлығы урынбағаҫары Ғәлим Наил улы Солтанов. «Ул бик шат күңелле кеше ине, дуҫтары уның хаҡында яҡшы һүҙҙәр генә һөйләй. Һәр саҡ ярҙамға килде. Бала саҡта ҡәҙимге бала булып үҫә. Хәрәкәтсән ине, спорт яғынан, район, республика ярыштарында даими призлы урындар яуланы. Мәктәпте тамамлағандан һуң институтта уҡыуын дауам итә, юғары белем алырға хыяллана. Ләкин яҙмыш башҡаса ҡушты. Шул ғәйерле төндә мин йоҡлап китә алманым. Шул саҡ ҡот осҡос төш күрҙем. Иртәнсәк әсәйемә бөтәһен дә һөйләп бирҙем. Ул мине тынысландырҙы. Төштән һуң был фажиғәле яңылыҡты хәбәр иттеләр. Артабан йәшәргә тырышам, тағы ла өс балам бар, туғандарым ярҙам итә», - тип һөйләне Геройҙың әсәһе Айгөл Милләт ҡыҙы Илһамова. Мемориаль таҡтаташты асыу хоҡуғы Сибай институты директоры Илдар Сәлихйән улы Хәмитовҡа, Сибай ҡалаһы һәм Хәйбулла районының хәрби комиссары Ринат Фәнил улы Зәбировҡа һәм Геройҙың әсәһе Айгөл Милләт ҡыҙы Илһамоваға бирелде. Герой даны үлемһеҙ! Фото: Сибай институты сайтынан.