Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы 2023 йылда башҡорт телен, мәҙәниәтен һәм тарихын өйрәнеү өсөн уңышлы уйын алымы булған квиз-уйындар үткәрә башланы. Сара башҡорт телендә алып барыла, был студенттар һәм йәштәр араһында башҡортса һөйләшеү ҡеүәһен үҫтереүгә ярҙам итә. 2023 йылда бөтәһе төрлө темаларға 10 уйын уҙғарылды: Рәми Ғариповтың тормошо һәм ижады, Башҡорт батырҙары, Башҡорт мәҙәниәте, Башҡортостан тарихы, Башҡорт эпостары, Башҡорт әҙәбиәте, Башҡорт теле һәм башҡалар. Уйындарҙың финалы Халыҡ-ара туған телдәр көнөндә ойошторолдо һәм бынан алдағы еңеүсе командаларҙы йыйҙы. Өс тур йомғаҡтары буйынса Республика халыҡ ижады үҙәгенән «Атайсал» командаһы ҡатнашыусылары иң тапҡыры тип танылды. «Туған телде белеү һәм уға ҡарата ихтирам - үҫеп килгән быуынды халҡыбыҙҙың тарихына һәм мәҙәниәтенә һөйөү рухында тәрбиәләү өсөн мөһим өлөш. Квиз-уйын бөтә йәштәгеләр өсөн дә телде, мәҙәниәтте һәм тарихты өйрәнеү өсөн яҡшы уйын алымы булып тора. Киләсәктә яңы темаларға уйындар әҙерләү һәм ар
Башҡортса квиз-уйындың абсолют еңеүсеһе билдәләнде
22 февраля 202422 фев 2024
1 мин