Ғинуар айында Рәсәйҙең ауыл хужалығы күҙәтеүе идаралығы тарафынан Ҡаҙағстан һәм Ҡырғыҙстанға экспортланған сәсеү өсөн бойҙай, эспарцет орлоғоноң 15 партияһы контролләнде, тип хәбәр итә күҙәтеү ведомствоһының матбуғат хеҙмәте. Һайлап алынған орлоҡ өлгөләре Башҡортостандың һынау лабораторияһында барлыҡ тейешле экспертизаларҙы уҙған. Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса зыянлы һәм хәүефле организмдар асыҡланмаған. Сәсеү өсөн орлоҡ импортерҙар һәм Таможня союзы илдәренең талаптарына яуап бирә, тип билдәләнеләр Ауыл хужалығы күҙәтеүенең территориаль идаралығында. Дөйөм ауырлығы 304 тоннаға тиң карантин аҫтындағы продукция Ҡаҙағстан һәм Ҡырғыҙстанға автомобиль транспорты менән оҙатылған. Сағыштырыу өсөн: былтыр ғинуар айында Башҡортостан Ҡырғыҙстанға сәсеү өсөн 54 тонна эспарцет орлоғо экспортланған. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был саралар “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына (национальный проект "Международная кооперация и экспорт") ярашлы башҡарыла. Уның маҡсаты 2030 йылға сеймал булмаған һәм энергетик түгел тауарҙарының экспорт үҫешен 2020 йыл менән сағыштырғанда кәмендә 70 процентҡа тәьмин итеү. Был саралар Рәсәй Президентының май указдарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә. Фото: “Башинформ”.