Бөгөн, 21 февралдә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәк киноиндустрияһы вәкилдәре менән осрашты. Сара Башҡортостан кинематографистар союзының 30 йыллығына арналды. Көн тәртибендә тармаҡты үҫтереү һәм кино өлкәһендә ижади проекттарға ярҙам итеү мәсьәләләре ҡаралды. Төбәк етәксеһе үҙ сығышында хеҙмәттәшлектең бер нисә төп бурысын билдәләне, шул иҫәптән тамашасылар талап иткән көнүҙәк контентты формалаштырыу буйынса ла. - Бөгөн беҙ Башҡортостан кинематографын үҫтереүгә арауыҡтағы йомғаҡ яһайбыҙ һәм уның артабанғы йүнәлештәрен билдәләйбеҙ. Шул уҡ ваҡытта беҙ «башҡорт киноһы феномены» төшөнсәһен билдәләйбеҙ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. - Беҙ «Башҡортостан» киностудияһы коллективына рәхмәтлебеҙ, ул илдә иң яҡшыларҙың береһенә әүерелә бара. Беҙҙә уникаль ижад өлгөләре ижад итеүсе күп талантлы кинематографистар бар. Улар араһында “Төньяҡ амурҙары” тулы метражлы мультипликация фильмы, шулай уҡ киң экранға сығырға тейешле бер нисә яңы проект бар. Ошоға бәйле республика Башлығы тәү сиратта Башҡортостандың райондарында кинозалдар төҙөү һәм яңыртыуҙың мөһимлеген билдәләне. Былтыр ғына кино фонды программаһы буйынса республикала Раевка, Архангел, Иҫәнғол һәм Мишкә ауылдарында залдар асылған. Ә алты йыл эсендә төбәктә 36 кинозал яңыртылған. Рәсәй кинематографистар союзы рәйесе урынбаҫары Алексей Алешковский осрашыуҙа төбәк киноһын үҫтереүгә иғтибары өсөн республиканың идара итеү командаһына рәхмәт белдерҙе. Ул Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа республикала киноиндустрияны һәм кинопрокатты үҫтергән, төбәк Кино фондын булдырған һәм республика кинематографистар союзына һәр яҡлап ярҙам иткән өсөн Рәсәй кинематографистар союзының рәхмәт хатын тапшырҙы. Башҡортостандың кинематографистар союзы рәйесе Зөһрә Бураҡаева республика етәкселегенә ижади башланғыстарға булышлыҡ итеүе өсөн рәхмәт белдерҙе. Ул шулай уҡ 2024 йылдың ғинуарында билдәле башҡорт режиссеры һәм сценарисы Әмир Абдразаҡовтың һәм Башҡортостан кинематографистар союзының беренсе рәйесе Илдус Ғәлиуллиндың тыуыуына 90 йыл тулыуын билдәләп үтте. Зөһрә Бураҡаева билдәләүенсә, төбәк телевидениеһына заман талаптарына ярашлы сифатлы йәштәр контенты етмәй. Атап әйткәндә, һүҙ сценарий төҙөүгә һәм төшөрөү процесына дөрөҫ баҫым яһағанда, Башҡортостан халыҡтарының телдәрен һәм мәҙәниәтен үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк сериалдар хаҡында бара. Шундай проекттарҙың береһе – осрашыу барышында презентацияһы тәҡдим ителгән башҡорт телендәге «Өйҙәштәр» ситкомы. Радий Хәбиров Кинематографистар союзына республиканың Мәҙәниәт министрлығы менән берлектә ярҙам сараларын билдәләү өсөн ошо йәһәттән үҙ тәҡдимдәрен әҙерләргә тәҡдим итте. Кинематографистарҙың тағы бер тәҡдиме – 2019 йылдан һуң, коронавирус пандемияһы башланыу менән үткәрелеүҙән туҡтап ҡалған «Көмөш Аҡбуҙат» уйын һәм документаль кино фестивален тергеҙеү. Башҡортостан Башлығы төбәктең Мәҙәниәт министрлығына был мәсьәләне өйрәнергә һәм киләһе фестивалде уҙғарыуҙың аныҡ ваҡытын билдәләргә ҡушты. Осрашыуҙа ҡатнашыусылар фекеренсә, кинематография өлкәһендә профессиональ белгестәр әҙерләү өсөн Өфө дәүләт сәнғәт академияһында кино һәм телевидение кафедраһын асыу маҡсатҡа ярашлы булыр ине. Радий Хәбиров шулай уҡ төбәктең Мәҙәниәт министрлығына был темаға анализ яһарға ҡушты. «Йәнле таҫма» кинокомпанияһы етәксеһе, режиссер Булат Йосопов хеҙмәттәштәренең тәҡдименә ҡушылды. Республикала тупланған тәжрибәне йәш кинематографистарға тапшыра алған оҫталар бар, тип билдәләне ул. Өфөнө үҫтереү йәмәғәт фонды ярҙамында Булат Йосопов үҙенең киномәктәбен асҡан, унда уҡыусылары менән теоретик белеме һәм фильмдар төшөрөү буйынса ғәмәли күнекмәләре менән уртаҡлашалар. Ул шулай уҡ яңы башҡорт милли трилогияһы өҫтөндә эшләй башлауы хаҡында һөйләне. Уның беренсе фильмын - "Фәрзәнә көнбайышҡа бара" - республика Башлығы грантына төшөрәләр. Был - балалар һәм йәштәр өсөн хәрби-патриотик картина. Сюжет нигеҙендә - Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында 400 һыйырҙан торған көтөүҙе немец-фашист илбаҫарҙарынан азат ителгән Украинаға йәйәүләп ҡыуып алып киткән Башҡортостандың Учалы районы үҫмерҙәренең ысын батырлығы ята. Фильмдың премьераһы 2025 йылдың 9 майына планлаштырыла. Трилогияның икенсе өлөшө – «Бәндәбикә тураһында легенда" - башҡорт ҡәбиләләрен берләштерергә, туғандарҙы үлтереү һуғышына юл ҡуймаҫҡа һәм башҡорт һәм ҡаҙаҡ ҡәбиләләре араһында солох төҙөүгә өлгәшкән уникаль ҡатын тураһында һөйләйәсәк. Ә өсөнсө «Тауҙағы һыбайлы» фильмы Башҡортостандың милли геройы Салауат Юлаевҡа бағышланасаҡ. «Аскарфильм» кинокомпанияһы етәксеһе, режиссер Айнур Асҡаров республика киноиндустрияһын рибейттар (һалым ҡайтарыуҙары) программаһына тоташтырыу мөмкинлеген ҡарарға тәҡдим итте. Ул илдә 2017 йылдан эшләй. Программа шарттары буйынса фильмдар төшөрөлгән төбәктәр сығымдарҙың бер өлөшөн кинокомпанияларға кире ҡайтара. Шул уҡ ваҡытта сериалдар һәм фильмдар төшөрөү барышында яңы эш урындары булдырыла, ә территориялар туристар өсөн ҡыҙыҡлы була. Республика Башлығы Радий Хәбиров төбәктең Мәҙәниәт министрлығына «Башҡортостан» киностудияһы менән берлектә рибейттар программаһы буйынса тейешле тәҡдимдәр индерергә ҡушты һәм уны ҡулланыу тәжрибәһен ентекләп өйрәнергә кәрәклеген билдәләне. «Башҡортостан» киностудияһы режиссерҙары Роман Пожидаев һәм Радик Килмәмәтов Сибай концерт-театр берекмәһе ҡарамағындағы «Сибай» халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы Илнар Хәтмуллиндың яҙмышы хаҡында документаль фильм төшөрөү хаҡында һөйләне. Мәғлүм булыуынса, 2022 йылдың 26 сентябренән Илнар мобилизация буйынса хәрби хеҙмәт үткән, махсус хәрби операцияның алдынғы позицияларында булған. Ул үлгәндән һуң “Ҡаһарманлыҡ өсөн” һәм “Генерал Шайморатов” ордендары менән бүләкләнгән. Бынан тыш, гуманитар ярҙам йыйған Һәм яугирҙәр өсөн кәрәкле әйберҙәр эшләү менән шөғөлләнгән ирекмәндәр – Башҡортостан халҡы тураһында документаль фильм төшөрөү ҙә планлаштырыла. Төбәк башлығы киностудияның ижади пландарын хупланы. - Беҙҙә бындай фильмдар күберәк булырға тейеш. Минеңсә, махсус хәрби операция геройҙары тураһында нәфис картиналар төшөрөү ваҡыты етте. Республика, һис шикһеҙ, бындай проекттарға ярҙам итәсәк, – тине Радий Хәбиров. Тағы ла бер проектты - Айгиз Баймөхәмәтовтың китабы буйынса «Беҙҙе ҡалдырмағыҙ» фильмын - «Башҡортостан» киностудияһының баш режиссеры Вилүрә Иҫәндәүләтова тәҡдим итте. «Муха» анимация студияһы директоры Артур Абдрахманов коллективтың генерал Шайморатов тураһында «Салауат вариҫтары» йәнһүрәтен төшөрөү өҫтөндә эшләүен дауам итеүе хаҡында һөйләне. Ул шулай уҡ «Әлифба» анимация проекты менән таныштырҙы. Уның персонаждары уйын формаһында башҡорт алфавиты хәрефтәрен өйрәнә. Радий Хәбиров балалар баҡсаларында анимация фильмын күрһәтеү мөмкинлеген ҡарарға һәм ошо мәсьәләне киләһе «Туған телдәр сәғәте»ндә тикшерергә ҡушты. Осрашыу аҙағында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың кинематографистар Союзы ағзаларын берләшмәнең 30 йыллығы менән ҡотланы, шулай уҡ дәүләт наградаларын тапшырҙы. Осрашыу хаҡындағы тәьҫораттары менән республика етәксеһе социаль селтәрҙәрҙә лә бүлеште. “Башҡортостан Кинематографистар союзы менән осрашыуҙа башҡорт киноһы феномены тикшерелде. Уның нигеҙендә - республикабыҙҙың тарихы, был йәһәттән беҙҙә юғары профессиональ командалар эшләй. Ул ҡыҙыҡлы, сағыу, йәнле, мөһим мәғәнәгә эйә”, - тип билдәләгән ул. Фото: glavarb.ru