Алдан хәбәр итеүебеҙ буйынса, бөгөн Өфө фән һәм технологиялар университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты филология фәндәре докторы, профессор, БАССР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы М.Х. Әхтәмовтың тыуыуына 95 йыл тулыуға арналған "Рәсәй Федерацияһы субъекттарының полилингваль белем биреү киңлегендә башҡорт теле" IX халыҡ-ара ғилми-методик конференцияһын үткәрҙе. Унда республиканың төрлө райондарынан полилингваль мәктәптәр уҡытыусылары һәм балалар баҡсаһы тәрбиәселәре, ғалимдар, университет уҡытыусылары ҡатнашты. Пленар ултырыштан һуң эш биш секция ултырышында дауам итте. Конференция сиктәрендә Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә арналған тағы бер мөһим сара – “Үҙ-ара бәйләнештең интерактив формалары аша полилингваль белем биреү учреждениелары тәрбиәләнеүселәре һәм уҡыусыларының функциональ грамоталылығын формалаштырыу” методик семинары ойошторолдо. Республикала икенсе тапҡыр уҙғарылған был семинар ҙа Башҡортостанда полилингваль белем биреү проектын ғәмәлгә ашыр