Санкт-Петербург халыҡ-ара хеҙмәт форумы майҙансығында Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы һәм Санкт-Петербургтың Хеҙмәт һәм мәшғүллек комитеты араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө. Документ менән яҡтар хеҙмәт һәм халыҡ мәшғүллегенә булышлыҡ итеү өлкәһендәге көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл иткәндә үҙ-ара килешеп эш итеү тураһында ҡарарҙы нығытты. Яҡтар эш биреүселәргә кадрҙар һайлап алыуҙа һәм эшһеҙҙәрҙе, Санкт-Петербургта, Башҡортостанда йәшәүсе эш эҙләүселәрҙе эшкә урынлаштырыуҙа булышлыҡ итеү өсөн хеҙмәт ресурстарын төбәк-ара ҡабаттан бүлеү мәсьәләләре буйынса үҙ-ара килешеп эш итергә ниәтләй. Килешеүҙең маҡсаты булып түбәндәгеләр тора: - Төбәк-ара партнерлыҡты, миграция процестары менән идара итеү өлкәһендәге диалогты нығытыу; - хеҙмәт миграцияһын көйләү өлкәһендә бөтә ҡыҙыҡһынған яҡтарҙың ғәмәлдәрен координациялауҙы яҡшыртыу; - миграция циклының бөтә этаптарында башҡа төбәктәрҙән эш эҙләүселәргә ярҙам; - легаль булмаған миграция кимәлен кәметеү б
Башҡортостан менән Санкт-Петербург хеҙмәт ресурстары өлкәһендә хеҙмәттәшлек итәсәк
21 февраля 202421 фев 2024
1 мин