Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

"Ҡатынымдың үлемендә табиптарға үпкәм юҡ"

Кисә кис Стәрлетамаҡ ҡалаһында булған ҡурҡыныс авария тураһында хәбәр иткәйнек. Унда “ашығыс ярҙам” машинаһы һәм тепловоз ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлде. Стәрлебаш трактындағы тимер юл киҫелешендә машина светофорҙың тыйыусы сигналына иғтибар итмәй, тимер юлын үтеп китергә була һәм поезд аҫтында ҡала. Авария һөҙөмтәһендә 1956 йылғы пациент ҡатын һәләк булған. Уны пневмония менән дауаханаға алып китеп барғандар. Ике фельдшер, водитель һәм пациентканы оҙатып барған кеше ауыр йәрәхәттәр алған. Бөгөн асыҡланыуынса, санавиация менән уларҙың бөтәһен дә Өфөгә алып килгәндәр. Яндарына һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин килгән. Уларҙы нейрохирург, невролог, травматолог, реаниматолог, хирург, кардиолог һәм башҡа табиптар ҡараған. Һәләк булған ҡатынды ире 64 йәшлек Кашфулла Ф. оҙатып барған. Ул алда водитель янында ултырған, ә пациент ҡатын янында ике фельдшер булған. Ир ҡатынының үлемендә “ашығыс ярҙам” машинаһы водителен ғәйепләмәй. Уныңса водитель улар өсөн яҡшыраҡ эшләргә һәм сирле ҡатынды тиҙерәк дауаханаға алып барып еткерергә тырышҡан. 67 йәшлек пациент ҡатындың хәле былай ҙа бик ауыр тип баһаланған. Ирҙең үҙенең хәле сағыштырмаса һәйбәт, уның башы ғына ауырта һәм ул бер нисә көн дауаханала ятасаҡ. Фото: МЧС.