Найти тему
Башҡортостан гәзите

"Башҡортостан” бала саҡтан өйгә килде

Бөгөн “Башҡортостан” гәзите журналистары Стәрлетамаҡ районында булып, ундағы халыҡтың тормош-көнкүреше менән танышып ҡайтты. Эш сәфәребеҙ район хакимиәте башлығы Рита Сәмиғуллина менән осрашыуҙан башланды һәм артабан Айыусы ауыл биләмәһендә дауам итте. - Урында фермерҙар, шәхси эшҡыуарҙар күберәк булған һайын, ауылдар көслөрәк, хәллерәк була. Беҙҙең ауылдарҙа йәшәүсе үҙ эшен асҡан йүнселдәребеҙ байтаҡ һәм улар барыһы ла ауылды төҙөкләндереү, байрамдар үткәреү, ололарға ярҙам итеү кеүек сараларҙа әүҙем ҡатнаша, - тине Айыусы ауыл биләмәһе башлығы Илгиз Аҙнаев. Ауыл хакимиәте башлығы өҫтәлендә “Башҡортостан” гәзитен күреп һөйөндөк. Беҙҙең гәзит менән ул бала саҡтан таныш булып сыҡты. - Бәләкәй саҡта өйгә бик күп гәзиттәр яҙҙырҙыҡ. Күпселек мәғлүмәтте гәзит-журнал аша ала торғайныҡ. Гәзит килһә, атайым уларҙы иҙәнгә һала ла эштән һуң рәхәтләнеп ятып уҡый ине. Беҙ ҙә эргәһендә гәзит уҡып үҫтек инде, - тине Илгиз Ишҡәле улы. Стәрлетамаҡ районынан мәҡәләләрҙе гәзит биттәрендә уҡырһығыҙ. Автор фотоһы.