Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Сибайҙар үткән йылға йомғаҡ яһаны

Тантаналы сарала Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров ҡатнашты. Министрҙар кабинеты башлығы Сибайҙа яҡынса 103 миллиард һум инвестиция күләме менән 64 проект тормошҡа ашырылыуын һөйләне, шул иҫәптән дәүләт-шәхси партнерлыҡ сиктәрендә. - Мәҫәлән, Сибайҙа «Шифа» балалар ял һәм сәләмәтләндереү үҙәге ойошторабыҙ. Төҙөлөш кә яҡынса 3 миллиард һум аҡса китәсәк. Ул сменаһына 350 урынға иҫәпләнгән, ә дөйөм майҙаны 19 мең квадрат метр самаһы тәшкил итәсәк. 110 миллиард һумдан ашыулыҡ тағы ла бер күләмле проектты ғәмәлгә ашырырға әҙерләйбеҙ - ул 160 саҡрымдан ашыу оҙонлоҡтағы «Сибай-Подольск-Новорудная» тимер юлы линияһын төҙөү. Планлаштырылған йөк әйләнеше йыл һайын 14 миллион тоннаға тиклем тәшкил итәсәк, - тип таныштырҙы Андрей Назаров. Урал аръяғының инвестицион мөмкинлектәрен артабан үҫтереү энергия менән тәьмин итеү мәсьәләһен әүҙемерәк хәл итеүгә булышлыҡ итә, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Премьер. Проектлау этабында яңы генерациялаусы объекттар, һәр береһе 25-әр мегават ҡеүәтенә эйә ике «Арҡайым» һәм «Төйәләҫ» газ турбинаһы ҡоролмаларын урынлаштырыу планлаштырыла. Андрей Назаров Урал аръяғы һәм тотош республика өсөн Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйының стратегик мөһимлеген билдәләне. - Ул Сибайҙың визит карточкаһына әүерелде. Һуңғы биш йылда ғына унда яҡынса 400 миллиард һумға инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу буйынса 116 килешеүгә ҡул ҡуйылған. Быйыл унда республика менән хеҙмәттәшлек итергә теләгән барлыҡ төп илдәрҙән делегациялар килер, тип уйлайбыҙ, - тип билдәләне министрҙар кабинеты башлығы. Андрей Назаров сибайҙарҙы етеп килгән Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотланы. Унда эшләгән 20-нән ашыу хеҙмәткәр һәм ҡала халҡы республика Премьер-министры ҡулынан юғары хөкүмәт наградалары, шул иҫәптән генерал Шайморатов миҙалы, Башҡортостан Башлығының һәм Башҡортостан Хөкүмәтенең Почет грамоталары һәм Рәхмәт хаттары алды. Алты ғаиләне алтын туйҙары менән ҡотланы. Фото: БР Хөкүмәте сайтынан