Башҡортостандан «Мобитрак» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте предприятиеһы хужаһы Мәскәү өлкәһенең Бөтә Рәсәй «Үҙебеҙҙекеләрҙе бел» брендтар конкурсы финалсыһы булған. Сара барышында Ренат Хәбиров Рәсәй Президенты Владимир Путинды үҙ бизнесы менән таныштырған. Бынан алда, 2023 йылдың көҙөндә, Башҡортостан Республикаһы Премьер-министры Андрей Назаров аҙыҡ-түлекте әҙерләү, һаҡлау һәм әҙер ашты һатыу өсөн фургондар етештереүсе менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйғайны. Компания башланғыс этапта сауҙа һәм туризм өсөн 100 берәмеккә тиклем мобиль ҡорамал эшләп, етештереүҙе яйға һалыр, тип күҙаллана. Фото: Кремль сайтынан.