Республикала 83 кешенең һөнәри ҡаҙаныштары ордендар, миҙалдар, почет грамоталары һәм рәхмәт хаттары менән билдәләнде. Улар араһында район хакимиәт башлыҡтары, атап әйткәндә, Учалы районы хакимиәте башлығы Руслан Ғиләжетдинов, Иглин районы хакимиәте башлығы Гүзәл Насырова, Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов һәм башҡалар бар. – Хөрмәтле иптәштәр! Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан беҙ һеҙҙе тантаналы шарттарҙа лайыҡлы дәүләт наградаларын тапшырырға саҡырҙыҡ. Бөгөн республикабыҙ халҡы исеменән һеҙгә юғары профессионализм, көндәлек көсөргәнешле хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт белдерәм. Беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ. Был ҡатмарлы мәлдә Ватаныбыҙҙы яҡлау бурысы беҙҙең быуынға йөкмәтелде. Алғы һәм хеҙмәт фронтында һәр беребеҙ еңеүҙе яҡынайтырға тырыша. Һәр кем үҙ көсөнә һәм мөмкинлектәренә ҡарап ошо эштә ҡатнаша. Беҙ антына аҙағына тиклем тоғро булған, үҙ бурысын намыҫ менән үтәгән яугирҙәребеҙ менән ғорурланабыҙ. Талантлы хеҙмәткәрҙәр – эшселәр, аграрийҙар, табиптар, уҡытыусылар, ғали