Найти тему
Башҡортостан гәзите

Өс балалы йәш әсә фажиғәле һәләк булғайны...

Башҡортостан прокуратураһында хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн Шишмә район судында Башҡортостандың халыҡ артисы Әнүәр Нурғәлиевтең туғаны, билдәле блогер, өс бала әсәһе Диана Сәфәрованың үлеменә сәбәпсе булған водителгә хөкөм ҡарары сығарылған. Вадим Латипов ғәйепле тип танылған. Ул ете йылға иркенән мәхрүм ителгән, өс йыл транспорт саралары менән идара итә алмаясаҡ. Шулай уҡ ғәйепләнеүсе әхлаҡи зыян өсөн биш миллион һум компенсация түләргә тейеш була. Алда хәбәр итеүебеҙсә, былтыр, 9 майҙа, Диана Сәфәрәва юл-транспорт ваҡиғаһында фажиғәле һәләк булғайны. Уның мәктәптә уҡыған ҡыҙы һәм бәләкәй игеҙәк малайҙары етем ҡалды. Фото: "Башинформ".