"Хәйерле иртә, Республика!" тапшырыуы һәр эш көнө, Өфө ваҡыты менән иртәнге 9 сәғәт 20 минутта эфирға сыға. Бөгөн 21 февраль. Халыҡ-ара туған телдәр көнө билдәләнә. Юнеско тарафынан 1999-сы йылда иғлан ителгән көн тел һәм мәҙәни төрлөлөктө һаҡлау маҡсатында булдырылған. Ер шарында 6 меңдән ашыу тел иҫәпләнә. Уларҙың берәүҙәрендә миллионлаған кеше аралашһа, икенселәрендә бер-нисә кеше генә һөйләшеүе мөмкин. Башҡортостан татыулыҡ һәм берҙәмлек өлгөһөндәге күп милләтле республика. Телдәр, уларҙы һаҡлау һәм үҫтереү өсөн нимәләр эшләнә? Студиябыҙ ҡунағы — Башҡортостандың мәғариф һәм фән министрлығының милли мәғариф идаралығы етәксеһе Илдус Ҡаһарманов менән һөйләшәбеҙ. Смотрите видео -------------------------- Присоединяйтесь к каналу Башкортостан 24 в Дзен и Telegram-канал Вести Башкортостан, и будьте в курсе всех последних новостей и событий, происходящих в Уфе и Башкирии! Мы предлагаем Вам свежие выпуски передач производимые холдингом ГТРК «Башкортостан».
Хәйерле иртә, Республика! - 21.02.2024 Халыҡ-ара туған тел көнө
21 февраля 202421 фев 2024
4
~1 мин