Бөгөн, Халыҡ-ара туған телдәр көнөндә Өфө фән һәм технологиялар университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты филология фәндәре докторы, профессор, БАССР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы М.Х. Әхтәмовтың тыуыуына 95 йыл тулыуға арналған "Рәсәй Федерацияһы субъекттарының полилингваль белем биреү киңлегендә башҡорт теле" IX халыҡ-ара ғилми-методик конференцияһын үткәрҙе. Ҡунаҡтарҙы факультет студенттары бик үҙенсәлекле итеп ҡаршы алды. Улар үҙҙәренең милли кейемдәрендә төрлө телдәрҙә Рәми Ғариповтың “Туған тел” шиғырын уҡып ишеттерҙе. Сарала ҡатнашыусылар был бөйөк шиғирҙы башҡортса, русса, татарса, ғәрәпсә, инглизсә, ҡытай, япон һәм башҡа телдәрҙә ишетте. Конференцияла полилингваль мәктәптәр уҡытыусылары һәм балалар баҡсаһы тәрбиәселәре, Башҡортостан Башлығы Хакимиәте, Мәғариф һәм фән министрлығы вәкилдәре, ғалимдар, университет уҡытыусылары ҡатнашты. Уҡыу йортоноң Башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты деканы Гөлфирә Абдуллина ҡунаҡтарҙы ӨФТУ ректоры исеменән сәләмләне, уҡыу йорто һәм үҙ факультеты тураһында ентекле мәғлүмәт бирҙе. Бында улар милли мәғариф өлкәһе өсөн кадрҙар әҙерләүе тураһында белдерҙе. Ҡунаҡтарҙы Башҡортостан Башлығы Хакимиәтенең ижтимағи–сәйәси идаралығы кәңәшсеһе Рөстәм Баянов, мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева сәләмләне. Рөстәм Баянов конференцияла ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров исеменән сәләмләне һәм уңышлы эш теләне. – Бөгөн, 21 февралдә бөтә илдәрҙә лә һәр халыҡ үҙенең туған телен барлай, данлай һәм тағы бер тапҡыр юғарыға күтәрә. Был йүнәлештә беҙҙең республикала бик күп матур эштәр башҡарыла. Был көндө үткәреү планы раҫланған. ӨФТУ-ла фәнни-ғәмәли конференция уҙа, район һәм ҡалаларҙа шулай уҡ бик күп саралар, флешмобтар планлаштырлған. Өфөлә концерт, йәштәр өсөн квиздар үтәсәк. Һәр кем уларҙа әүҙем ҡатнашһын ине. Халҡыбыҙҙың булмышы, киләсәге телебеҙ менән бәйле. Телебеҙ йәшәһә, беҙ ҙә халыҡ булараҡ һаҡланып артабан үҫербеҙ. Бөгөн телде һаҡлау һәр кемдең бурысы. Башҡорт телендә һөйләшәйек, балаларҙы өйрәтәйек, – тине Рөстәм Баянов. Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.