2024 йылдың яҙынан Өфөнөң вуз-ара кампусында даими экскурсиялар башлана. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлетбирҙин «Башҡортостанда ҡабул итеү кампанияһы-2024» брифингында һөйләне. Брифинг 20 февралдә Башҡортостан юлдаш телеканалында тура эфирҙа уҙҙы. Республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы, донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәге вәкилдәре һәм төбәктең университет ректорҙары тамашасыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Иң йыш килгән мөрәжәғәттәрҙең береһе: кампуста Асыҡ ишектәр көнө ҡасан була? - Донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусын асыу - республиканың фән-мәғариф өлкәһендәге иң сағыу ваҡиғаларҙың береһе. Ул студенттар, аспиранттар һәм йәш ғалимдар өсөн ғәйәт ҙур офоҡтар аса. Төбәк Башлығы ҡушыуы буйынса, март айынан башлап аҙна һайын экскурсиялар үткәреләсәк, хәҙер беҙ уларҙың графигын төҙөйбөҙ, - тип билдәләне БР мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлетбирҙин. Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/23097/
Өфөләге вуз-ара кампуста даими экскурсиялар ойошторалар
21 февраля 202421 фев 2024
~1 мин