“Аманат” журналы сайтында сыҡҡан “Бөтөн ҡыҙҙар ҙа мәкерле икән!” тигән мәҡәләне уҡығас, Рәмилгә яуап яҙырға булдым.
“Аманат” журналы сайтында сыҡҡан “Бөтөн ҡыҙҙар ҙа мәкерле икән!” https://amanat.su/articles/m-gelek-ser/2023-12-17/b-t-n-y-ar-a-m-kerle-ik-n-3568534 тигән мәҡәләне уҡығас, Рәмилгә яуап яҙырға булдым.
Үҙемдең “мөхәббәт тарихы”мды баштан яҙам.
17 йәшемдә тәүге мөхәббәтемде осраттым. Быға тиклем күпме егет минең менән танышырға теләп, тәҡдим яһаһа ла бер кем дә оҡшамай ине. Ә Т.-ға нисектер ғашиҡ булдым да ҡуйҙым.
Бер дөйөм ятаҡта йәшәһәк тә, башта уға артыҡ иғтибар итмәнем. Үҙе ул хәтлем үк матур ҙа, бай ҙа, аҡыллы ла түгел. Минең кеүек ябай бер студент инде. Унан яҡшыраҡтар ҙа бик күп. Ләкин, нишләптер, тап ул минең йөрәгемде яуланы. Шунда мин аңланым: мөхәббәт бер нәмәгә лә ҡарамай икән. Кешене уның йөҙө матур булғаны өсөн, йә бай булғаны өсөн генә оҡшатып булмай шул.
Ғашиҡ булһам да бер нисек тә белгертеп булмай, шулай мөхәббәт утында яныуымды айҙар буйы дауам иттем. Күҙ атып йөрөгән егетем, ниһайәт, бер көн килеп, үҙе тәүге аҙым яһаны. Шулай дуҫлашып киттек. Буш ваҡыттарҙа киноға, театрға йөрөйбөҙ. Дәрестәремде лә әҙерләшергә ярҙам итә. Бөтөнөһө лә яҡшы бара кеүек ине. Тик бер көн...
ДАУАМЫ: https://amanat.su/articles/m-gelek-ser/2024-01-08/egett-r-re-m-kerle-3587181