Хәйбулла районында тыуып-үҫкән Евгений Цветковты яҙмыш Әбйәлил районының Бикҡол ауылына алып килә. Бында ул ҡатыны Зөлфиә Фәйзрахман ҡыҙы менән өс бала үҫтерә. Улы Артем махсус хәрби операцияла ҡатнашҡас, атаһы ла улы артынан яуға юллана - 2023 йылдың декабрендә МХО-ға китә. Үкенескә күрә, 18 ғинуарҙа Евгений вафат була. Шуныһы үкенесле, Бибиниса Цветкованың дүрт балаһы ла мәрхүм хәҙер. Батыр яугирҙе Бикҡол ауылында һуңғы юлға оҙаталар. Әммә Хәйбулла халҡы ла үҙҙәренең ҡаһарман яҡташтарын онотмай. Кисә Асҡарҙа үткән "Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе" сараһында Хәйбулла районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Роза Рәсембәтова шәхсән Евгений Цветковтың әсәһе, ҡатыны һәм ҡыҙы менән осрашты. Уларҙың ауыр ҡайғыларын уртаҡлашты, ярҙам итәсәктәрен белдерҙе һәм Хәйбулла районынан алып килгән күстәнәстәрен тапшырҙы. "Яҙмыш еле ҡайҙа ғына ташлаһа ла, яҡташтарыбыҙҙы беҙ бер ҡасан да оноторға тейеш түгелбеҙ. Бигерәк тә беҙҙең тыныс тормошобоҙ өсөн ғүмерҙәрен биргән батырҙарҙ