Көн тәртибендә – төбәктә хоҡуҡ тәртибе торошо һәм республика буйынса Эске эштәр министрлығының 2023 йылдағы эшмәкәрлегенең төп һөҙөмтәләре. Отчетты Башҡортостан буйынса эске эштәр министры, полиция генерал-майоры Александр Прядко тәҡдим итте. Йыл йомғаҡтары буйынса республикала енәйәтселек кимәле Волга буйы федераль округы һәм тотош ил буйынса уртаса күрһәткестән түбәнерәк, тип билдәләне ул. Мәҫәлән, һаулыҡҡа ауыр зыян килтереү, талау, урлау осраҡтары аҙайған. Шулай уҡ министр йәмәғәт урындарында һәм урамдарҙа, 2022 йыл күрһәткестәре менән сағыштырғанда, енәйәттәрҙең кәмеүен билдәләне. Республикала юл-транспорт ваҡиғаларында һәләк булыусылар һаны ла 4,9 процентҡа кәмегән. Александр Прядко хоҡуҡ боҙоуҙарҙы профилактикалау буйынса иҫкәртеү сараларының мөһим ролен билдәләне, шулай уҡ төбәк етәкселегенә шәхси составҡа ярҙам иткәне һәм эске эштәр органдарының матди-техник базаһын нығытҡаны өсөн рәхмәт белдерҙе. Фото: glavarb.ru