Баймаҡ район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев Баймаҡ яугирҙарының намыҫы һәм батырлығы федераль кимәлдә билдәләнеүе хаҡында яҙған. "Махсус хәрби операция үткән зонала хәрби бурыстарын уңышлы үтәгән танк взводы командиры "Казакбай" наградланды.Был ҡыйыу яугир, тыуған илен яҡлап, хәрби хәрәкәттәр ваҡытында күренекле тактик һәм стратегик күнекмәләр күрһәтә. Уның оҫталығы һәм тәүәккәллеге арҡаһында взвод үҙенә йөкмәтелгән бурыстарҙы уңышлы үтәй һәм еңеүҙәргә өлгәшә.Ҡаһарманлыҡ ордены уның ҡаһарманлығын һәм Тыуған илебеҙ өҫтөндә тыныс күк йөҙөн һаҡлаусыны таныу билдәһе булып тора", -ти яҙған Фәнис Ғәбдрәшит улы үҙенең социаль селтәрендә. Фото һәм текст сығанағы: Фәнис Әминевтең "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.