Башҡортостан алдынғылар иҫәбендә Уҡыусылар, бигерәк тә аҙ тәъмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балалар бер ҡатмарлыҡһыҙ спорт менән шөғөлләнә алырға тейеш. Республикаға идара итеү үҙәгендә сығыш яһап, Радий Хәбиров алдағы йылдарға ошондай бурыс ҡуйҙы. Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы физик культура һәм спорт буйынса Советтың ултырышы ла ошо һәм мәктәптә спорт үҫеше мәсьәләһенә арналасаҡ.Башҡортостан – мәктәп һәм балалар баҡсалары төҙөлөшө буйынса Рәсәйҙә алдынғылар иҫәбендә. Ошо хаҡта Мәскәүҙә Мәғариф көнөнөң эшлекле программаһында белдерелде. 2022 йылдан башлап «Мәғариф» һәм «Демография» милли проекттарын бойомға ашырыу маҡсатында Башҡортостанда 38 мең бала уҡыған 140 белем усағы яңыртылған. 215 спорт залы һәм 25 асыҡ спорт майҙансығы төҙөкләндерелгән. Биш йыл эсендә республикала 44 яңы мәктәп һәм 65 яңы балалар баҡсаһы төҙөлгән. Республика мәктәптәрҙе капиталь ремонтлауға ғариза биреүҙе дауам итәсәк, тине Радий Хәбиров. Һуңғы йылдарҙа Рәсәй почтаһының эшмәкәрлеге һүлпәнәйеп бара