Нуриман районы хакимиәте башлығы Вилдан Ситдиҡов үҙенең “Бәйләнештә”ге сәхифәһендә "ҡыҫҡа сроклы ялға ҡайтҡан “Томат" позывнойлы яугир менән осрашыуы хаҡында яҙған. “Осрашыуға яугир яңғыҙ түгел, ә отпуск ваҡытында кейәүгә сығырға тәҡдим яһаған кәләше менән килгән. Йәштәрҙе ҙур ҡәнәғәтлек менән ҡотланым. Килеп тыуған хәлдәргә ҡарамаҫтан, йәштәрҙең ғаилә ҡорорға әҙер булыуы ҡыуандыра. Уларға бәхет һәм кейәүҙең тиҙерәк өйөнә ҡайтыуын теләйем. Яугиргә тепловизор тапшырҙым, ул беҙҙең хәрбиҙәргә алғы һыҙыҡта бик кәрәкле. Унда, алғы һыҙыҡта, егеттәребеҙгә уңыш юлдаш булһын. Улар әсәләренә, ҡатындарына һәм кәләштәренә иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын!” - тип яҙған Нуриман районы башлығы. Тиҙерәк һуғыш бөтһөн, яугирҙәребеҙ иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын! Фото һәм текст сығанағы: Вилдан Ситдиҡовтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.