Ҡариҙел районында “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына ярашлы ойошторолған эшҡыуарлыҡ сәғәтендә туристик йүнәлештәге ике проект ҡаралды Дмитрий Павлов “Казанка” ял базаһын һатып алған, уны ремонтлаған, йыһаздарын яңыртҡан, йорттарҙа уңайлыҡтар булдырған. Бөгөнгә база биләмәһендә йәшәү өсөн алты йорт, дүрт мунса, өс стационар беседка, өс күсмә беседка, алты мангал зонаһы, ике пирс бар. Пляжды әҙерләү өсөн яр буйы зонаһын биҙәү эштәре алып барыла. Артабанғы үҫеше өсөн эшҡыуар грант ярҙамы төрҙәрендә артабан ҡатнашыу маҡсатында ерҙән файҙаланыу ҡағиҙәләренә үҙгәрештәр индереү буйынса булышлыҡ итеүҙе һорай. Эшҡыуар Надежда Проскурина туризмды үҫтереү өсөн “А-фрейм” стилендәге йортто сафҡа индергән, тағы ла ошондай ике объект асырға ниәтләй. Биләмәлә ике мангал зонаһы, чан бар. Һыу акваторияһын ҡуртымға алыу килешеүе төҙөлгән, мунса менән пирс эшләнгән. Уға ер участкаһын рәсмиләштереүҙә ярҙам һәм федераль, республика программалары сик