Найти в Дзене

Иман арта һәм кәмейме?

Иман арта һәм кәмейме? Яуап: Эйе, иман арта яҡшы ғәмәлдәр менән, һәм гонаһлы ғәмәлдәр өсөн кәмей. Имандың артыуына дәлилдәр. Аллаһ(ﷻ) әйтә: ﴿إِنَّمَا المُؤمِنونَ الَّذينَ إِذا ذُكِرَ اللَّهُ وَجِلَت قُلوبُهُم وَإِذا تُلِيَت عَلَيهِم آياتُهُ زادَتهُم إيمانًا وَعَلى رَبِّهِم يَتَوَكَّلونَ﴾* [الأنفال: ٢]. "Хаҡ мөъминдәр, әгәр ҙә, уларға Аллаһ тураһында ҙикер әйтһәң, йөрәктәре тетрәнә, һәм АЛЛАҺтың аяттары уҡылһа, имандары арта. Һәм улар Раббыларына ғына тәүәккәлләнәләр". (Әл-Әнфәл сүрәһе, 2-се аят). АЛЛАҺ(ﷻ) әйтә: ﴿وَإِذا ما أُنزِلَت سورَةٌ فَمِنهُم مَن يَقولُ أَيُّكُم زادَتهُ هذِهِ إيمانًا فَأَمَّا الَّذينَ آمَنوا فَزادَتهُم إيمانًا وَهُم يَستَبشِرونَ﴾* [التوبة: ١٢٤]. "Берәй сүрә төшөрөлһә, бар улар араһында кем әйтә: "Был сүрә кемегеҙҙең иманын арттырҙы", тип. Әммә кем иман килтергән, уларҙың иманы арта, һәм улар сүрә төшөрөлөүенә шатланалар". (Тәүбә сүрәһе, 124-се аят). Имандың кәмеүенә дәлилдәр. Әбү Сә'ид Әл-Худри رضي الله عنه аша еткерелгән хәҙистә Пәйғәмбәребеҙ Мүхәммәд صلى الله عل

Иман арта һәм кәмейме?

Яуап:

Эйе, иман арта яҡшы ғәмәлдәр менән, һәм гонаһлы ғәмәлдәр өсөн кәмей. Имандың артыуына дәлилдәр. Аллаһ(ﷻ) әйтә: ﴿إِنَّمَا المُؤمِنونَ الَّذينَ إِذا ذُكِرَ اللَّهُ وَجِلَت قُلوبُهُم وَإِذا تُلِيَت عَلَيهِم آياتُهُ زادَتهُم إيمانًا وَعَلى رَبِّهِم يَتَوَكَّلونَ﴾* [الأنفال: ٢]. "Хаҡ мөъминдәр, әгәр ҙә, уларға Аллаһ тураһында ҙикер әйтһәң, йөрәктәре тетрәнә, һәм АЛЛАҺтың аяттары уҡылһа, имандары арта. Һәм улар Раббыларына ғына тәүәккәлләнәләр". (Әл-Әнфәл сүрәһе, 2-се аят).

АЛЛАҺ(ﷻ) әйтә: ﴿وَإِذا ما أُنزِلَت سورَةٌ فَمِنهُم مَن يَقولُ أَيُّكُم زادَتهُ هذِهِ إيمانًا فَأَمَّا الَّذينَ آمَنوا فَزادَتهُم إيمانًا وَهُم يَستَبشِرونَ﴾* [التوبة: ١٢٤]. "Берәй сүрә төшөрөлһә, бар улар араһында кем әйтә: "Был сүрә кемегеҙҙең иманын арттырҙы", тип. Әммә кем иман килтергән, уларҙың иманы арта, һәм улар сүрә төшөрөлөүенә шатланалар". (Тәүбә сүрәһе, 124-се аят).

Имандың кәмеүенә дәлилдәр. Әбү Сә'ид Әл-Худри رضي الله عنه аша еткерелгән хәҙистә Пәйғәмбәребеҙ Мүхәммәд صلى الله عليه وسلم әйтте: من رأى منكم منكراً فليغيره بيده، فإن لم يستطع فبلسانه فإن لم يستطع فبقلبه وذلك أضعف الإيمان "Һеҙҙең берәйһе күрә икән тыйылған ғәмәл эшләнгәнен, ҡулы менән туҡтатһын. Әгәрҙә ҡулы менән туҡтата алмай икән, теле менән булһа ла туҡтатһын. Әгәрҙә тел менән дә үҙгәртергә хәленән килмәй, йөрәгендә булһа ла ул ғәмәлгә ҡаршы булһын. Һәм был имандың иң ҙәғиф хәле". (Сахих Муслим, 78). Шул уҡ, Ханҙала Әл-Үсәййиди رضي الله عنه аша еткерелгән хәҙистә: "Әбү Бәкр мине осратҡас әйтте: -Ни хәлдә һин?, - тип. -Ханҙала монафиҡ булды, тип яуапланым. -СубхәәнәЛлаһ, нимә улай тиһең ул?, тине Шунан әйттем уға: -Беҙгә Йәннәт һәм Йәһәннәм тураһында иҫләтеп торған Пәйғәмбәр صلى الله عليه وسلم эргәһендә булһаҡ, икеһе лә күҙ алдыбыҙҙа тора. Эргәһенән китеп, донъяға, ҡатындарыбыҙға, балаларға әүрәп китһәк, Пәйғәмбәребеҙ صلى الله عليه وسلم әйткәндең күбеһе онотола", - тинем. Әбү Бәкр өндәште: "Аллаһ менән ант итәм! Беҙҙең менән шундай хәл була", - тип. Шунан, мин һәм Әбү Бәкр киттек Пәйғәмбәр Мүхәммәдкә صلى الله عليه وسلم. Барып еткәс Пәйғәмбәребеҙ Мүхәммәдкә(ﷺ) өндәштем: -Йә, Аллаһтың Рәсүле, Ханҙала монафиҡ булды. Пәйғәмбәребеҙ صلى الله عليه وسلم өндәште: -Нимәлә күренә?, тип. -Йә, Аллаһтың Рәсүле, Һинең яныңда булғанда, беҙгә иҫләтәһең Йәннәтте һәм Йәһәннәмде үҙ күҙебеҙ менән күргән кеүек. Ләкин яныңдан китһәк, ҡатындарыбыҙға, балаларыбыҙға, донъяға әүрәп күп нәмәне онотоп китәбеҙ",-тинем. Мине тыңлап бөткәс, Пәйғәмбәребеҙ Мүхәммәд صلى الله عليه وسلم өндәште: "Минең йәнем Кемдең ҡулында, шуның менән ант итәмен! Әгәр һеҙ минең янда булғандағы кеүек иман кимәлегеҙ даими башҡа ваҡытта ла шулай булһа, һәм Аллаһты гел ҙикерләүҙә булһағыҙ, Фәрештәләр һеҙҙең ҡулдарығыҙҙы тоторҙар ине һеҙ ятҡан хәлдә йәки сәфәрҙә булһағыҙ ҙа! Йә, Хәнҙала, һәр бер нәмәнең үҙ ваҡыты", тип. Һәм был аҙаҡҡы һүҙен өс тапҡыр ҡабатланы". (Сахих Муслим, 2750)

Фәйсал ибн Мисфир исемле ғалимдың КәнзүлАтфал китабынан тәржемә ителде. Тәржемә итеүсе Әбү Әхмәд Әл-Бәшҡурди. #балаларға https://t.me/kanzulatfalbashkortsa

Имандың нисә тармағы бар?
Ислам Мелеуз Мечеть мирас Башкортостан - книги и хутбы, вагазы на башкирском21 февраля 2024