Бөгөн ата-әсәләр сабыйҙарына ниндәй генә исемдәр ҡушмай?! Хатта ҡайһыларын әйтергә тел дә әйләнмәй... “Ҡыҙҙар исемендә йондоҙ балҡыуы йәки сәскәләр нәфислеге, ир–ат исемендә ҡылыстар сыңлауы һәм аҡһаҡалдар аҡылы сағылырға тейеш”,- тигән бөйөк авар шағиры Рәсүл Ғамзатов. Күптән түгел Башҡортостанда йыл башынан яңы тыуған сабыйҙарға ҡушылған һирәк исемдәр билдәле булды. Исемлек ЗАГС реестрының мәғлүмәт-аналитика порталында баҫылған.Ата-әсәләр ҡыҙҙарына Айла, Лидия, Илона, Ынйыгөл, Манэ тигән үҙенсәлекле исемдәр һайлаған. Ә улдарына Мөхәммәт-Әмин, Мәһәррәм, Айрат, Иброһим, Ривал кеүек һирәк осрай торған исемдәр ҡушҡан.Ҡыҙҙар араһында иң популярҙары: Әминә (68), София (50), Йәсминә (49), Ева (47), Арина (45). Малайҙар араһында иһә Әмир (60), Тимур (55), Эмир (53), Марк (48), Матвей (47) исемдәре йышыраҡ осрай икән. Шулай ҙа һәр милләт үҙ балаһына үҙ телендә яңғыраған матур исемдәр ҡушһа, күпкә яғымлы ла, матур ҙа яңғырар ине. Фото: "Башинформ".